– Азат Булат улы, һөйләшеүҙе иң киҫкен проблемаларҙың береһе – ҡоролоҡтан яфа сиккән үҫемлекселек тармағынан башлайыҡ. Был проблема ни дәрәжәлә ауыл хужалығы тармағына зыян килтерҙе?
– Билдәле булыуынса, беҙҙең Урал аръяғы төбәге шарттарында үҫемлекселек менән шөғөлләнеү еңелдән түгел, сөнки йыл да тиерлек ҡабатланған ҡоролоҡ, ҡыуан ел, ҡатмарлы фитосанитар хәл аграрийҙарға аяҡ сала. Быйылғыһы айырыуса аяуһыҙ булды. Тәүҙә май айында тупраҡта яҡшы дым тупланып, ҙур өмөттәр тыуҙырһа, аҙаҡ инде бер ай буйы бөтөнләй ямғыр булмауы, етмәһә көндәрҙең саманан тыш эҫе тороуы бәкәлгә һуҡты. Июль башында бер аҙ яуым-төшөм булһа ла, аҙаҡ һауа температураһының 36-37 градусҡаса етеүе, ҡыуан ел иҫеүе бөтә өмөттәрҙе һүндерҙе. Һөҙөмтәлә 29 июндән районда ғәҙәттән тыш хәл индерелде.
Әлбиттә, ҡоролоҡтоң ауыл хужалығына килтергән зыяны баһалап бөткөһөҙ. Үҫемлекселек тармағына килгәндә, район буйынса 4016 гектарҙа сәселгән ауыл хужалығы культуралары бөтөнләй янып юҡҡа сыҡты. Башҡа майҙандар ҙа үҙенең уңышы менән ҡыуандырмай – иген культураларының гектар ҡеүәте уртаса 10 центнер самаһы.
Малсылыҡ менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарына йыл икеләтә ҡаты һынау ҡуйҙы. Аграрийҙар был проблеманы йырып сығыу өсөн төрлө юлдар табып, ярайһы күләмдә аҙыҡ базаһы туплауға иреште. Әле шартлы һәр баш малға ҡарата, фуражды һәм һаламды иҫәпкә алмағанда, 10,2 центнер аҙыҡ берәмеге тупланды. Ҡайһы бер хужалыҡтар ситтән мал аҙығы һатып алыуҙы дауам итә, фураж һалыу һәм һалам әҙерләү менән дә шөғөлләнәләр. Ошоларҙы иҫәпкә алғанда, район аграрийҙары малды имен ҡышлатыр, тигән ышаныс бар.
– Республика Хөкүмәте ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәргә ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Ул ярҙам нимәнән ғибәрәт?
– Ҡоролоҡ арҡаһында зыян күргән 4016 гектарҙағы ауыл хужалығы культуралары өсөн фермер хужалыҡтарына компенсация түләнәсәк, әле тейешле документтар әҙерләп ебәрелде. Шул уҡ ваҡытта аграрийҙарға мал аҙығы һатып алыу өсөн дә ярҙам бүленер тип көтөлә.
– Бер үк ваҡытта шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы ла оноторға ярамайҙыр. Уларға ниндәйҙер кимәлдә дәүләт ярҙамы ҡараламы?
– Билдәле, быйылғы ҡоролоҡтан шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙа ныҡ зыян күрҙе. Ошоно күҙ уңында тотоп, беҙ уларға ла хәстәрлек күрһәтеүҙәрен һораныҡ. Был тәңгәлдә ниндәйҙер кимәлдә ярҙам көтөлә. Әле ауыл биләмәләрендә халыҡтың ҡышлаясаҡ малының һаны асыҡлана. Был хаҡта аныҡ мәғлүмәт булыу менән район гәзиттәре, социаль селтәрҙәр аша мотлаҡ хәбәр итәсәкбеҙ.
– Урып-йыйыу эштәренең барышына ниндәй баһа бирәһегеҙ?
– Һуңғы көндәрҙәге туҡтауһыҙ ямғырҙар, тотороҡһоҙ һауа торошо арҡаһында ураҡ туҡтап ҡалды. Көндәр аяҙыу менән дәррәү ураҡ эштәренә тотонорға һәм уны бер аҙнала тамамлау төп маҡсат итеп ҡуйыла. Әлбиттә, төшөм яҡшынан түгел, гектарынан 5 центнерҙан алып 18 центнерға тиклем ашлыҡ йыйыла. Тәбиғи, игенселек технологияһын аныҡ күҙәткән, ер эшкәртеү менән даими шөғөлләнгән, сорт яңыртыуға йөҙ борған аграрийҙарҙың ҡоролоҡ шарттарында ла уңышы яҡшы. Ундайҙарға фермерҙар Айрат Шәрәфетдинов, Рәшит Яхин, Николай Тарасов, Юрий Найденов, ағалы-ҡустылы Новиковтар һәм Хреновтар, Ленин исемендәге АХК, “Толпар” ЯСЙ-һы, Андрей Юлғотлин, Сергей Мичуновты индерергә мөмкин. Был хужалыҡтарҙа иген культуралары 13-14 центнер төшөм бирҙе.
– Иген культураларына һатып алыу хаҡтары нисек?
– Быйыл ашлыҡҡа хаҡ байтаҡҡа күтәрелде. Әле йомшаҡ бойҙайҙың килограмын – 11, арпаныҡын - 9-9,5 һум, һолоноҡон 7 һум менән ҡабул итәләр. Ҡаты бойҙайҙыҡы иһә 13-14 һумға барып етә. Ғөмүмән, быйыл игенгә һорау ҙа ҙур, хаҡтары ла юғары.
– Һуңғы йылдарҙа район аграрийҙары техник культуралар үҫтереүгә ныҡлап тотондо. Тотороҡһоҙ баҙар иҡтисады шарттарында был йүнәлеш үҙен аҡлаймы?
– Беҙҙә техник культуралар майҙандары йылдан-йыл арта бара. Әгәр ҙә былтыр ул 8 мең гектарҙы биләһә, быйыл инде 12 мең гектарҙы тәшкил итте. Әйтергә кәрәк, техник культураларға ихтыяж һәр ваҡыт ҙур. Етен, рапс, нут кеүек культураларҙың хаҡтары былтырғы кимәлдә, йәғни юғары ҡалды. Ә бына горчицаныҡы үткән йылға ҡарағанда төштө. Шуға ла артабан да техник культуралар менән шөғөлләнергә кәрәк, ул үҙен аҡлай.
– Малсылыҡ базаларын ҡышҡа әҙерләү эштәре нисек ойошторолған?
– Бөгөн райондың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында мал аҙбарҙарын ремонтлау һәм дезинфекциялау дауам итә. Райондың алдынғы хужалыҡтары – Ленин исемендәге АХК менән “Радик Рәсүлев” КФХ-һы иң беренсе булып малсылыҡ базаларын ҡышҡа әҙерләүҙе тамамланы. Әйтергә кәрәк, был предприятиелар йылдың-йылы ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырыуға һәм ҡураларҙы ремонтлауға етди иғтибар бүлә, продукция етештереүҙә лә алдынғылыҡты бирмәй.
Шул уҡ ваҡытта “Илгиз Байегетов” КФХ-һы, “Айҙар Мырҙаҡаев” КФХ-һы был йүнәлештә маҡсатлы эш алып бара. Ә бына башҡа хужалыҡтарҙа әле булһа ремонт эштәренә тотонмағандар. Уларға үрҙә телгә алынған предприятиеларҙан үрнәк алырға кәрәк.
– Киләһе миҙгел тураһында ниндәй хәстәрлек күрелә?
– Хужалыҡтар киләһе баҫыу эштәре миҙгеленә әҙерлек эштәре алып бара: орлоҡ таҙартыу һәм уны келәттәргә һалыу, ер эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ямғыр яуыу арҡаһында ураҡ эштәре туҡтап ҡалһа ла, Йылайыр зонаһы фермерҙары, мәҫәлән, буш ятмай – ер эшкәртеүгә тотондо. Һаҡмар зонаһы хужалыҡтары ла улар өлгөһөнә эйәрергә тейеш. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа район аграрийҙары был агротехник алымға етди иғтибар бүлә. Былтыр, мәҫәлән, райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары тарафынан барлығы 22 мең гектарҙа көҙ ер эшкәртелде һәм туңға һөрөлдө. Был тәңгәлдә айырыуса Йылайыр зонаһы фермерҙары, “Толпар” ЯСЙ-һы, “Динар Ситдыҡов”, “Илгиз Байегетов”, “Андрей Юлғотлин”, “Сергей Мичунов” КФХ-ларын маҡтап телгә алып үтергә кәрәк. Шуныһы үҙенсәлекле, тап эшкәртелгән баҫыуҙарҙа һәм пар ерҙәрендә быйылғы ҡоролоҡло йылда ла уңыш яҡшы булды. Тимәк, беҙгә артабан да ер тураһында нығыраҡ хәстәрлек күрергә кәрәк. Сөнки ул үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк.
Страховка культураһы булараҡ, ужым сәсеү тураһында ла оноторға ярамай. Ҡоролоҡло йылдарҙа ужым арышының мал аҙығы базаһын нығытыуға тос өлөш индереүенә беҙ үҙебеҙ шаһитбыҙ. Былтыр ужым сәсеп ҡалдырған хужалыҡтар быйыл отто – улар ошо культура ярҙамында ярайһы мал аҙығы әҙерләй алды. Йылдағыса, быйыл да Ленин исемендәге АХК һәм “Р.Рәсүлев” КФХ-һы ужым арышы сәсәсәк. Башҡа хужалыҡтар ҙа ошо хаҡта уйланһын ине.
– Беҙҙең район – фермерлыҡты һәм кооперацияны үҫтереү, уларҙы дәүләт программаларына әүҙем йәлеп итеү буйынса иң һөҙөмтәле эшләгән төбәктәрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын үҫтереү” проектында ла баймаҡтар әүҙем ҡатнаша. Быйыл был йүнәлештә ниндәй уңыштар бар?
– Быйылғы һөҙөмтәләр ҙә ҡыуаныслы. “Эш башлаусы фермер” һәм “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программалары буйынса берәр фермер грантҡа лайыҡ булды. Быйыл тормошҡа ашырыла башлаған “Агростартап” проектында 9 кеше еңеүсе булып танылды. Улар 3 млн һумға ҡәҙәр дәүләт ярҙамы алып ҡыуанасаҡ.
Быйыл “БР-ҙың агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын үҫтереү” программаһының тәүге этабында беҙҙең райондың 5 кооперативы еңеү яуланы. Улар: һөт эшкәртеү буйынса махсуслашҡан “Буранбай”, Муллаҡай ауылынан ит эшкәртәсәк “Игентау”, Һаҡмарҙан “Дуҫлыҡ” һәм Үрге Яйыҡбайҙан “Ихлас” кооперативтары. Төркмәндән Айҙар Уралбаев һарыҡсылыҡ һәм йөн эшкәртеү буйынса кооператив асмаҡсы. Әгәр ҙә улар конкурстың икенсе этабын да уңышлы үтһә, яҡын арала беҙҙең районда яңы производстволар асылыр, тигән ышаныс бар.
Ғөмүмән, тәбиғәт, заман ҡуйған ҡаты һынауҙарға ҡарамаҫтан, район аграрийҙары киләсәккә өмөт менән баға, матди-техник базаны яңыртыу, производство ҡеүәттәрен арттырыу өҫтөндә маҡсатлы эшләй. Был, әлбиттә, үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк.