Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
3 Сентябрь 2019, 13:31

Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ф.Ғ. Әминев менән “Тура бәйләнеш” үтте

Район етәксеһе ике сәғәт эсендә 32 шылтыратыу ҡабул итеп, уларға яуап бирҙе. Ҡайһы бер мәсьәләләр хәл итеү өсөн тейешле вазифаны биләгән етәкселәргә йүнәлтелде.

– Ни өсөн халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә теркәмәйҙәр?

– Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙә-генә граждандар үҙ теләге менән теркәлә. Үҙ ирке менән эштән киткәндәр ҙә үҙәккә мөрәжәғәт итә ала. Был йүнәлештә бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Әгәр һеҙ эштән ҡыҫҡартылған булһағыҙ, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә ике аҙна эсендә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бар һорауҙар менән 3-14-44 телефонына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

– Әбделкәрим ауылында ҡый түккән урын ҡот осҡос хәлдә.

– Быйыл был ҡый түккән урын тәртипкә килтерелә башланы, тирә-яғы күмелде. Октябрь аҙағына тиклем ҡыйлыҡ бөтөрөләсәк.

– АТП автобустары йыш боҙола.

– Август башында районға өс яңы автобус килде. Улар Магнитогорск, Сибай һәм Аҡъяр йүнәлешенә ебәрелде. Ошо арала АТП-ға тағы 3 автобус киләсәк. Йыл аҙағына тиклем яңы автобустар һаны 10-ға етәсәк.

– Көньяҡ биҫтәһендә интернет юҡ.

– Быйыл сентябрь – октябргә оптика-сүс линияһын һуҙыу ҡаралған. Ул үҙенә IP-телевидение һәм интернет хеҙмәтләндереүен аласаҡ.

– Юлыҡ ауылына стационар телефоны үткәрмәйҙәр.

– 2019 йылдың аҙағына тиклем мәсьәлә хәл ителәсәк.

– Баймаҡ ҡалаһының Буранбай сәсән урамында юл бигерәк насар.

– Буранбай сәсән урамының юлын ремонтлау 2020 йылдың планына индерелгән.

– Ҡаланың Чекмарев урамы, 34 адресы буйынса урынлашҡан рәшәткәләр, балалар майҙансығы ремонт талап итә.

– Рәшәткәләр һәм балалар майҙансығы быйыл сентябргә тиклем ремонтланасаҡ. Шулай уҡ йорт тирәһендәге ҡый үләндәре сабыласаҡ.

– 8-се маршрут тергеҙеләсәкме?

– 8-се маршрут булмаясаҡ, сөнки ул 6-сы маршруттың юлы буйынса йөрөй ине. 6-сы маршруттағы автобус иртәнге етенән киске етегә тиклем, 30 минут һайын йөрөйәсәк. Ул ГРП-нан ҡуҙғала һәм шунда туҡтай. Тағы бер 6-сы маршруттағы автобус Крәҫтиән урамынан ҡуҙғаласаҡ һәм ошонда уҡ туҡтаясаҡ. Шулай уҡ иртәнге етенән киске етегә тиклем 30 минут һайын йөрөйәсәк.

– Газ үткәрергә аҡсалата ярҙам кәрәк ине.

– Башҡортостанда айырым категория граждандарға газ үткәреү өсөн өҫтәмә ярҙам күрһәтеү саралары ҡарала. Шулай уҡ айырым категория граждандарға газ плитәһе һатып алғанда процентһыҙ кисектереп түләй ала.

– Коммунистик урамының бер яғын йыл һайын һыу баҫа. Канауын ҡалдырып, ер өйөмдәрен тигеҙләп буламы?

– Канау һыу баҫмаһын һәм ағын һыуҙар йыйылып ятмаһын өсөн эшләнде.

– Авария хәлендәге шәхси йорттан күсеү мәсьәләһе ҡараламы?

– Иҫке һәм авария хәлендәге йорттан күсеү программаһы күп фатирлы йорттарға һәм барактарға ҡағыла. Шәхси йорт буйынса ҡаралмай.

– Ҡала ҡыйлығы йыш яна.

– Ҡыйлыҡтың яныуы һәм төтәүе бер нисә мәртәбә күҙәтелде. Янғынды шунда уҡ һүндереү сараһы күрелде. Бөгөн ул ҡаты контролдә тотола, янып китеү менән һүндереү өсөн бульдозер, һыу ташығыстар әҙер тора. Шулай уҡ ҡыйлыҡтағы янғындар буйынса сара күреү өсөн Баймаҡ эске эштәр бүлегенә хат йүнәлтелде.

– Ҡаланың Крәҫтиән урамының осонда һыу юҡ.

– Крәҫтиән урамында үҙәк һыу менән тәьмин итеү бар, тик ул урамдың осона тиклем барып етмәй. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн 2020 йылда проект-смета документтары әҙерләнәсәк. Артабан уны адреслы ярҙам күрһәтеү инвестиция программаһына индереү өсөн сара күреләсәк. Әгәр республика бюджетынан аҡса бүленһә, һыу селтәре һуҙыу эштәрен баш-ҡарыу өсөн аукцион үтәсәк.

– Баймаҡ ҡалаһы Чекмарев урамы 1-се йортта ремонт үтһә лә ҡыйыҡтан һыу тама, канализация торбалары алмаштырылманы. Унан һыу китә. Ҡайһы бер фатирҙарҙа ауыр еҫ тора.

– 22 августа йортто тулыһынса ҡарап сыҡтыҡ. Һеҙ әйткән етешһеҙлектәр табылманы. Йортта йәшәүселәрҙең ялыуҙары ла юҡ. Барыһын да тулыһынса асыҡлау өсөн бәйләнешкә сығыуығыҙ һорала.

– Урғаҙала эсәр һыу проблемаһы киҫкен ҡала.

– Урғаҙа ауылын һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе республика адреслы ярҙам күрһәтеү инвестиция программаһына ин-дерелде. Дәүләт экспертизаһының ыңғай яуабын алыу менән төҙөү-монтаж эштәрен башҡарыу өсөн аҡса бүлеүҙе һорап БР Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итәсәкбеҙ.

– Һаҡмар ауылына газ үтәсәкме?

– Үкенескә ҡаршы, ауылға газ үткәреү өсөн район хакимиәтенең аҡсаһы юҡ. Шуға күрә беҙ БР Төҙөлөш һәм архитектура дәүләт комитетына Һаҡмар ауылына газ үткәреү маҡсатында проект-смета документтарын әҙерләү өсөн махсус программаға индереүҙе һорап мөрәжәғәт иттек.

– Үрге һәм Түбәнге Таулыҡай ауылдарына ҡасан газ киләсәк?

– 2000 йылда Үрге Таулыҡайҙың өс урамына өлөшләтә газ үтте. 218 йорттоң 46-һына газ үткән. Район бюджеты иҫә-бенән мәктәпкә “зәңгәр яғыулыҡ” килде. Түбәнге Таулыҡайға газ үткәреү өсөн ярҙам һорап БР Төҙөлөш һәм архитектура дәүләт комитетына мөрәжәғәт иттек.

– Аҡтау ауылында фельдшер-акушер пункты юҡ.

– Аҡтау ауылында фельдшер-акушер пункты буш тора һәм эшләмәй. 2 йылдан ашыу медицина хеҙмәткәре юҡ. Аҡтау ауылы халҡы Аҡморон врач амбула-торияһына беркетелгән. Участка тера-певтының күсмә ҡабул итеүе ойошторол- ған (Аҡтауҙа һәр шаршамбы), балаларҙы педиатр графикка ярашлы ҡарай. Бар һорауҙар буйынса поликлиника мөдире вазифаһын башҡарыусы Айрат Айбулат улы Ишбирҙингә, 213-сө кабинетҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Телефон: 3-22-54.

– Һәмән ауылында фельдшер юҡ.

– “Халыҡҡа беренсе медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы Положениеға ярашлы, фельдшер штаты халҡы 300-ән ашыу булған йәшәү пункттарына ҡаралған һәм ФАП-тар араһында 3 км алыҫлыҡ булырға тейеш. Һәмәндә 200 кеше йәшәй, ФАП -тар араһы 1,5 километрҙы тәшкил итә. Шуға күрә Һәмән ауылы халҡын Билал фельдшеры ҡарай, кисектергеһеҙ медицина ярҙамы Темәс “Ашығыс ярҙамы” тарафынан күрһәтелә.

– Түбә ауылы янындағы бесәнлектәрҙе йылҡы тапай.

– Бындай осраҡта аттарҙы фотоға төшөрөүегеҙ, полицияға, ауыл биләмәһе башлығына хәбәр итеүегеҙ һорала. Ауыл биләмәһе башлығы, административ комиссияның ағзаһы булараҡ, административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙә ала. Сәсеүлектәр, бесәнлектәр һ.б. малдан зыян күргән осраҡта килтерелгән зыянды билдәләп, судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

– Бесәнлек ала алмайым.

– Ер участкаһы алғанда граждандың ғаризаһы (ауыл биләмәһе башлығы менән килешелгән), ер участкаһын һайлау акты, ер участкаһын һайлауҙы раҫлаған ҡарар, ер участкаһын межалап, кадастр теркәүенә ҡуйыу, район гәзитендә мәғлүмәт хәбәре, ер участкаһын арендалау килешеүе, МФЦ-ла теркәлеү кәрәк.

– Мин – биш бала әсәһе. Бер баламды лицей-интернатҡа урынлаштырҙым. Бер айға 4000 һум түләргә кәрәк. Льгота юҡмы икән?

– Уҡыу башланыр алдынан 4 мең һум алдан түләү рәүешендә алына. Артабан башҡа айҙарға ҡайтанан түләү итеп иҫәпләнә. Бер айға 3 мең самаһы килеп сыға. Ятаҡ бушлай бирелә. Ата-әсәһе хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, шулай уҡ етем балаларға ташлама ҡаралған. Күп балалы ғаиләләргә льгота юҡ. Әгәр уҡыусы ятаҡта йәшәмәһә, ашау өсөн льгота бар (күп балалы ғаиләләр өсөн).

– Муллаҡай ауылы клубына штат бүлеүегеҙҙе һорайбыҙ.

– Мәҙәниәт ойошмаларын үҫтереү һәм халыҡты мәҙәни хеҙмәтләндереү нормаларына ярашлы, клубтар һәм китапханалар бер ауыл биләмәһе үҙәгенә 1 клуб штаты һәм бер китапханасы (1000 кеше йәшәгән осраҡта) ҡаралған. Мәҙәниәт учреждениелары араһында 15-30 минутлыҡ юл араһы булырға тейеш. Муллаҡай ауылында 576 кеше йәшәй. Ҡолсора мәҙәниәт йортонан – 7, Түбәнге Иҙрис клубынан 10 минутлыҡ юлда урынлашҡан. Муллаҡай ауыл клубы халыҡ ижады үҙәгенә ҡарамай һәм уның балансында түгел. Ҡолсора, Түбәнге Иҙрис ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, “Йәшлек” (Ҡолсора) бейеү ансамбле, халыҡ гармунсылар ансамбле етәкселәре биләмәгә ҡараған бар ауыл халҡын хеҙмәтләндерә.

– Бикештә янғын һүндереү машинаһы юҡ.

– Үкенескә ҡаршы, Бикеш ауыл хакимиәте өсөн янғын һүндереү машинаһы бүлеү мөмкинселеге юҡ. Регламент буйынса Бикештә янғын һүндереү өсөн 114-се янғын һүндереү часы йәлеп ителә. Ауылға янғын һүндереү машинаһын һатып алыуҙы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы аша эшләп була. Унда бар ауыл халҡы ҡатнашырға тейеш.

– Бикеш мәктәбенең спорт залы төҙөлөп бөтмәгән.

– 2003 йылда һалына башланған спортзал финанс бүленмәү сәбәпле туҡтатыла. Шулай уҡ шул йылда төҙөлгән проект-смета документацияһы СанПин-дың яңы талаптарына яуап бирмәй.

– Бикеш ауылы янында Һаҡмар йылғаһының үҙәнен үҙгәртергә кәрәк.

– Бының өсөн махсус техника һәм ҙур финанс сығымдары талап ителә. Был эш 2020 йылда ҡараласаҡ.

– Һаҡмар ауылына спортзал кәрәк.

– Һаҡмар ауылының мәктәбендә спорт залы бар. Бында һәр кем спорт менән шөғөлләнә ала. Был һорауҙы спорт комитеты һәм мәғариф бүлеге менән хәл итергә кәрәк.
Читайте нас: