Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Күп проблеманы берҙәм көс менән еңеп була”

“Күп проблеманы берҙәм көс менән еңеп була”тигән фекерҙә район етәксеһе Райондың иҡтисады нисек үҫешә? Төрлө программалар тормошҡа нисек ашырыла? Быйылғы ҡоролоҡ йылы ауыл хужалығына нисек тәҫир итте? Ошо һәм башҡалар хаҡында беҙ район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ф.Ғ. Әминев менән әңгәмә ҡорҙоҡ. (Әңгәмәне сайттан уҡығыҙ)

– Фәнис Ғәбдрәшит улы, һәр райондың үҫешен уның иҡтисади тотороҡлоғо билдәләй. Был йүнәлештә эштәр нисек бара?

– 2019 йылдың тәүге ярты йыллығында үҙ производство тауарҙары һәм иҡтисади йүнәлештәге бар хеҙмәтләндереү 1950 миллион һумды тәшкил итте. Был 2018 йылғы ошо осор менән сағыштырғанда 44 процентҡа күберәк. Сәнәғәт предприятиелары 1487,9 миллион һумлыҡ продукция етештергән. Был 2018 йыл менән сағыштырғанда 1,5 мәртәбә күберәк. Төп етештереүсе – “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һы (603 миллион һумдан ашыу).

Инвесторҙар менән яңы форматта эш итеүҙе лә ыңғай күренеш, тип һанайым. Аҙна һайын “Эшҡыуар сәғәте” тип аталған кәңәшмәләрҙең үтеүе лә күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерә, ҡайһы йүнәлештә эшләргә икәнлеген күрһәтә.


– Районда төрлө программалар ҙа эшләй.
– Эйе, был ысынлап та төп ыңғай күренештәрҙең береһе. Мәҫәлән, урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы буйынса 14 987 мең һумлыҡ 13 проект тормошҡа ашырыласаҡ. Уларға ярашлы мәктәптәрҙе ремонтлау, урамды яҡтыртыу буйынса ағымдағы ремонт эшләү, япмалы трактор һатып алыу ҡаралған.


Иғтибар итһәгеҙ, “Башҡорт ихаталары” программаһы ла бик уңышлы старт алды. 2019 йылда уға ярашлы, Баймаҡ районына 14 014,222 һум аҡса бүленде. Һөҙөмтәлә С.Юлаев проспектының 25, 27, 31, 33, Юбилей урамы, 1 адрестары буйынса урынлашҡан ихаталар һайлап алынды. Эштәрҙе сентябрҙә тамамлау көтөлә.


2019 йылда подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы эш башланы. Ул алты йыл дауам итәсәк, был ваҡыт эсендә ремонтҡа мохтаж бар подъездарҙы төҙөкләндерергә уйлайбыҙ. Баймаҡ ҡалаһында был программаға 8 күп фатирлы йорт һәм 20 подъезд индерелде. Ремонтҡа 3 150,00 һум аҡса бүленде, бөгөн 4 подъезда ремонт эштәре башҡарылды. Бар эштәрҙе сентябрь айында тамамлау ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта был йәһәттән күңелде әрнеткән күренештәр ҙә бар. Ул ремонт үткән подъездарҙы емереп, бысратып китеүҙәре. Был ни өсөн һәм кемдәр тарафынан эшләнә? Күрше район кешеләре килеп емермәй бит инде. Әлбиттә, видеокүҙәтеүҙәр ярҙамында беҙ ул кешеләрҙе барыбер билдәләйәсәкбеҙ. Тик ошо матурлыҡҡа, төҙөклөккә ҡаршы ҡулы күтәрелгән кешеләрҙең уй-маҡсатын аңлап булмай.


Тағы бер уңышлы эшләгән программа ул – “Ҡала мөхите”. 2019 йылда Горький урамында урынлашҡан Еңеү паркын капиталь ремонтлау буйынса эштәрҙе август айында тамамлаясаҡбыҙ. Шулай уҡ С.Юлаев проспектындағы аллеяны төҙөкләндереү эштәре сентябрь аҙағында тапшырыласаҡ.


Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү өсөн ҡала урамдарын һыу менән тәьмин итеү эштәре башҡарыла: Фәйзи урамында 1-се йорттан 32 се йортҡа тиклем һыу селтәрен ремонтлау (493 827, 55 һум); баҫым коллекторын ремонтлау (390 232,67); I һәм II насос станцияларының электр тотоноу ҡеүәтен кәметеү эштәрен үткәреү (1 199 999,00 һум); Геологтар (614 905,74 һум), Копылов (442 066,98 һум) урамдарында һыу менән тәьмин итеү селтәрен ремонтлау. Ошондай уҡ эштәр Йәштәр (181 373,21 һум), Фәйзи (614708,25 һум) урамдарында көтөлә.


– Районыбыҙға Радий Хәбировтың килеүе лә күп ыңғай үҙгәрештәргә этәргес бирҙе.

– Эйе, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Баймаҡ ҡалаһының Юбилей урамындағы “һаҡаллы төҙөлөш” урынында булды. Был бинала эш 17 йыл инде дауам итә. Унда райондың суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын берләштергән Хоҡуҡ йорто төҙөлөргә тейеш ине. 2005 йылда төҙөлөш финанс сығымдары етмәү сәбәпле туҡтатыла. Беҙҙең маҡсат – бинаны өҫтәлмә белем биреү учреждениелары өсөн үҙгәртеп ҡороп, унда “Кванториум”, балалар ижады үҙәге, төрлө түңәрәксекциялар өсөн бүлмәләр булдырыу. Уның проектын яңынан эшләү өсөн 7,3 миллион һум аҡса талап ителә. Радий Хәбиров ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленәсәген белдерҙе һәм муниципалитетҡа республика Архитектура һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты менән берлектә йыл аҙағына тиклем проект эштәрен тамамлау бурысын ҡуйҙы. Объект 2020 йылда сафҡа инергә тейеш.


Райондың йәнә бер оҙайлы төҙөлөштәренең береһе — “Труд” стадионы. Ул бынан алты йыл элек төҙөлә башлаған һәм әлегә тиклем файҙаланыуға тапшырылмаған. Радий Фәрит улы был объект буйынса ла тейешле органдарға күрһәтмә биреп, эште тамамлау бурысын ҡуйҙы. Был беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Әйткәндәй, “Труд” стадионының исемен үҙгәртеү тураһында ла уйлайбыҙ. Ошонан сығып, кешеләрҙең минең “Бәйләнештә”ге сәхифәмә тәҡдимдәрен ебәреүен һорайым. Шулай уҡ стадионды киләсәктә ниндәй исем аҫтында күрергә теләүегеҙҙе “Һаҡмар” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөнә лә яҙа алаһығыҙ. Стадионыбыҙға матур, үҙенсәлекле, яңғырауыҡлы исем ҡушыу өсөн фантазиябыҙҙы йәлләмәйек.


– Райондағы законһыҙ карьерҙар проблемаһы ла йыш күтәрелгәйне.
– Әлеге ваҡытта Баймаҡ районында законһыҙ таш сығарыу эштәрен туҡтатыу өсөн етди саралар күрелә. Тик тынысланырға иртә әле. Был йүнәлештә эштәр туҡтауһыҙ алып барыла, махсус төркөм төҙөлдө, унда хакимиәт һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре индерелде. Карьерҙар буйынса рейдтар даими рәүештә үткәрелә, тейешле документтар тикшерелә. Был йүнәлештә лә тәртип мотлаҡ буласаҡ.


– Таналыҡ йылғаһы, Талҡаҫ күлдәренең бысраныуы ла борсолоу тыуҙыра.
– Эйе, был бик мөһим мәсьәлә. Күл-йылғаларыбыҙҙы һаҡлау һәм таҙартыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Әле ошо көндәрҙә торлаҡ-коммуналь, урман хужалығы министрлыҡтары, экологтар, был йүнәлештә эшләгән күҙәтеү органдарын осрашыуға саҡырҙыҡ. Төп мәсьәлә – Таналыҡ йылғаһы, Талҡаҫ күлен һаҡлау һәм таҙартыу булды. Сөнки тиҫтә йылдар дауамында бысратылған һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу өсөн әллә нисәмә миллион һум аҡса кәрәк. Быны район көсө менән генә башҡарып булмай. Шуға күрә был кәңәшмәлә проблемаларҙы хәл итеү юлы эҙләнде һәм улар табылды ла. Хәҙер эшкә тотонорға, тейешле программаларҙа ҡатнашып, был эшкә аҡса бүленеүенә бар көстө һалырға ғына кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ярҙан осҡан сүп-сар, күлгә инеп машина йыуыу кеүек алама күренештәргә ҡаршы беҙ күмәкләп бөгөндән көрәшә алабыҙ. Бының өсөн экологтар, район хакимиәте үткәргән рейдтар ғына аҙ. Кешеләрҙең үҙаңы, тыуған ере, уның йылға-күлдәре өсөн борсолоуы булырға тейеш. Шул саҡта ғына беҙ был тәңгәлдәге проблемаларҙы хәл итәсәкбеҙ.


– Быйыл да районда ҡоролоҡ күҙәтелә. Ул ауыл хужалығына нисек тәьҫир итте?
– Эйе, май уртаһынан районда ҡоро эҫе көндәр башланды. Июль башында яуған ямғырҙар ҙа хәлде төҙәтә алманы. Шуға күрә 29 июндән районда ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Бөгөн мал аҙығы әҙерләү һәм яҙ сәселгән ауыл хужалығы культуралары буйынса ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы. Бөгөн мал аҙығы баҫыуҙарының 70 проценты тирәһе сабылған, тик уларҙан малды ашатыу ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек 13 процент ҡына аҙыҡ сыҡҡан. Шәхси секторҙа ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Әгәр кеше бесәнлегендә 3-4 кәбән эшләһә, быйыл шул уҡ ерҙән тик ярты кәбән генә бесән сыға.

Иген һәм техник культураларға килгәндә лә, ямғыр яумауы хәлде көндән-көн ҡатмарлаштыра. Бөгөн 5 мең гектар ерҙә ауыл хужалығы культуралары һәләк булды. Бындай хәлдә беҙгә, әлбиттә, республиканан ярҙам кәрәк буласаҡ, сөнки белеүегеҙсә, беҙҙе эре һәм ваҡ, йылҡы малы бик күп. Әлбиттә, беҙҙең аграрийҙар ҡул ҡаушырып ултырмай, был хәлдән сығыу юлдарын эҙләй. Бер нисә хужалыҡ республиканың көнбайыш һәм үҙәк райондарында мал аҙығы әҙерләү йәки һатып алыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Тик уларҙы районға ташыу хаҡы “кеҫәгә һуғасаҡ”.

Шуға күрә беҙ малдың ҡырҡа кәмеүенә юл ҡуймау өсөн республика етәкселегенән ярҙам һораныҡ. Ул – райондан ситтә мал аҙығы әҙерләү йәки һатып алыу осрағында транспорт сығымдарын, һәләк булған ауыл хужалығы культураларын компенсациялау, шәхси хужалыҡтар өсөн мал аҙығы алып килеү һәм уны льготалы хаҡҡа һатыу. Шәхси хужалыҡтарҙы беҙ иғтибарһыҙ ҡалдыра алмайбыҙ. Сөнки кешеләр, бесән юҡлыҡтан, мал һанын ҡыҫҡартыу тураһында уйлай. Күмәк көс, республика ярҙамы менән беҙ был хәлдән сығыу юлдарын табырбыҙ, тип ышанам.


– Мөһим сәйәси ваҡиға – Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау көтөлә. Ошо мөһим ваҡиғаға райондың әҙерлеге ниндәй кимәлдә?
– Ысынлап та 8 сентябрҙә Берҙәм һайлау көнөндә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлаясаҡбыҙ. Районда 80 һайлау участкаһы булдырылды, шуларҙың 8-е – Баймаҡ ҡалаһында, ҡалғандары ауыл биләмәләрендә. 55 һайлау участкаһы мәғариф учреждениеларында, 18-е ауыл мәҙәниәт йорттарында һәм клубтарында, 6-һы муниципаль бинала һәм берәүһе район ЗАГС-ында урынлашҡан. Һайлау участкалары урынлашҡан биналарҙың барыһы ла тейешле талаптарға яуап бирә. Улар кәрәкле технологик ҡоролмалар – стационар һәм күсмә йәшниктәр, һайлау кабиналары менән тәьмин ителгән. Һайлауға әҙерлек барышында һәр һайлау участкаһына район хакимиәтенән вәкил беркетелә. Улар һайлау кампанияһына әҙерлек һәм һайлауҙы үткәреү буйынса яуаплы буласаҡ.


2019 йылдың 1 июленә Баймаҡ районында 42 516 һайлаусы теркәлгән (2018 йылдың 1 июленә 42 802 кеше булған, 286 кешегә әҙәйгән), шул иҫәптән Баймаҡ ҡалаһында 13 518 кеше. Һайлаусылар исемлеген теүәлләү буйынса ауыл биләмәләре, Баймаҡ эске эштәр бүлегенең миграция бүлеге, хәрби комиссариат, ЗАГС, район суды менән берлектә даими эш алып барыла.


8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау менән бер рәттән, 22 ауыл биләмәһе Советына депутаттар ҙа (211 мандат) һайланасаҡ. Өс ауыл биләмәһендә етешәр мандат, ҡалғандарында 10 мандат буласаҡ. Һайлау 193 һайлау округы буйынса үтәсәк. Биш ауыл биләмәһендә күп мандатлы округтар бар – Темәс, Аҡморон, Йылайыр, Моҡас, Ниғәмәт.


Район хакимиәтенең территориаль һайлау комиссияһы кандидаттарҙың документтарын тикшереп, ҡабул итте. Ауыл биләмәләренә 452 кандидат теркәлде. Документтарға ярашлы, 90 кеше – үҙен үҙе күрһәткән, 362-һе төрлө партияларҙан. Шуларҙың 211 – “Берҙәм Рәсәй”, 71 – “Ғәҙел Рәсәй”, 19 – ЛДПР, 12 – КПРФ, 49 “Рәсәй патриоттары” партиялары тарафынан күрһәтелгән.


Әлбиттә, халыҡты был мөһим сәйәси ваҡиға менән таныштырып барыу мөһим. Район гәзиттәрендә, район хакимиәтенең сайттарында кәрәкле мәғлүмәттәр бирелеп бара. Беҙҙең һайлаусылар һәр саҡ әүҙем була торғайны. Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ла бар район-ҡала халҡы ҡатнашыр, тип ышанам.


– Фәнис Ғәбдрәшит улы, төплө әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәктә район-ҡалабыҙҙы тик ыңғай үҙгәрештәр, һәр яҡлы үҫеш көтә, тип ышанабыҙ. Уңыштар һеҙгә!

Читайте нас: