Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
5 Декабрь 2018, 14:04

Бер-беребеҙгә баһа ҡуябыҙ

Унда биш балл системаһында ауыл биләмәһе хакимиәттәре райондың хеҙмәт-ведомстволарының эшен баһалай. Ойошмалар ауыл биләмәләренә баһа ҡуя. Экран ике яҡтың да эшен яҡтыртыу, проблемалы йүнәлештәрҙе хәл итеү өсөн булдырылған.

Район Советының һәм район хакимиәте бүлектәренең, төрлө ойошма-ведомстволарҙың эшен берләштереү өсөн үҙ-ара Теләктәшлек экраны эшен дауам итә. Унда биш балл системаһында ауыл биләмәһе хакимиәттәре райондың хеҙмәт-ведомстволарының эшен баһалай. Ойошмалар ауыл биләмәләренә баһа ҡуя. Экран ике яҡтың да эшен яҡтыртыу, проблемалы йүнәлештәрҙе хәл итеү өсөн булдырылған. Мәҫәлән, юғары баһа алған Темәс, Беренсе Этҡол, мерәҫ, Түбә, Татлыбай ауыл биләмәләре лидерҙар урынын алды. Ярат, Ишбирҙе, ниғәмәт, Аҡморон хакимиәттәренә был алдынғы “бишлеккә” инеү өсөн әҙ генә балл етмәне. Шуныһы ҡыуаныслы, Темәс ауыл биләмәһе бөтә критерийҙар буйынса ла һәр хеҙмәттең юғары баһаһына лайыҡ булды. Шул уҡ ваҡытта Йылайыр, Бикеш, Сибай ауыл биләмәләренә, шулай уҡ ҡала хакимиәтенә бүлектәр һәм хеҙмәттәр менән эшен яҡшыртырға кәрәк.
Ауыл биләмәләре хакимиәттәре иһә район хакимиәтенең юридик, мәғлүмәт-аналитика, иҡтисад бүлектәренең, район Советының һәм киң мәғлүмәт сараларының эшен юғары баһалай. Шул уҡ ваҡытта улар үҙәк район дауаханаһының, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса секторҙың, мәғариф бүлегенең, йәштәр эштәре буйынса комитеттың эшен яҡшыртырға теләй.
Киләһе йылдың ғинуарында үтәсәк отчет йыйылышында йыл һөҙөмтәләре буйынса иң-иңдәр билдәләнәсәк. Был эште артабан да дауам итергә кәрәк тигән фекерҙәмен. Бергә беҙ иҡтисади һөҙөмтәлелекте күтәреү ысулын, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табасаҡбыҙ, иң уңышлыларын тормошҡа ашырасаҡбыҙ.
Д. ҠУжАБАЕВА,
район Советының сектор мөдире.
Читайте нас: