Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Март 2025, 15:05

Яҙғы ташҡынға әҙерлек бара

Башҡортостанда яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре башланды. Синоптиктарҙың белдереүенсә, быйыл март аҙағында уҡ һыу ҡалҡыу ихтималлығы кѳтѳлә. Шуны иҫәпкә алып, Баймаҡ ҡалаһында һәм ауылдарҙа күптән инде әҙерлек саралары алып барыла.

- Яҙғы ташҡынға әҙерлек алып барыуға етди иғтибар биреүегеҙҙе һорайым, - тине район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов. – Халыҡ бындай осраҡта үҙе, яҡындары һәм мөлкәте өсөн хәүефләнергә тейеш түгел. Былтыр яҙғы ташҡын республика һәм шул иҫәптән беҙҙең район өсөн ҙур һынау ҡуйҙы. Ундай хәл ҡабатланырға тейеш түгел. Шуға күрә лә кәрәкле техника һәм был сараға яуаплылар үҙ бурысын үтәргә әҙер булырға тейеш.

Артабан Азамат Сәфәрғәле улы етәкселегендәге комиссия һәр учреждение, предприятиеларҙың яҙғы ташҡынды атҡарып сығыуға әҙерлек кимәле менән танышты. Уларҙың эшмәкәрлегенә баһа биреп, кәңәштәрен еткерҙе.

Лилиә ТАКАЕВА

Яҙғы ташҡынға әҙерлек бара
Яҙғы ташҡынға әҙерлек бара
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас