Аныҡ маҡсаттар билдәләнде
Уҙған аҙнала районда БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев булды. Ике көнгә һуҙылған рәсми эш сәфәрен ул Темәс ауылынан башланы. Бында тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының бинаһын реставрациялау барышы менән танышты. Әлеге ваҡытта унда эштәр аҙағына яҡынлаша. Төҙөкләндереү сараһының икенсе этабын ағымдағы йылдың икенсе кварталында тамамлау планлаштырыла.
Әйтергә кәрәк, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының бинаһын реставрациялау республика Башлығы Радий Хәбировтың айырым контролендә тотола. Төҙөлөш эштәренә бәйле ауылдың тарихи урындарын да тәртипкә килтереү мөһимлеге килеп тыуыу сәбәпле, ул өҫтәмә тағы ла 30 млн һум финанс бүлергә ҡарар сығарған. Һөҙөмтәлә бында ял итеү урындарын, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, тротуарҙы үҙ эсенә алған сквер барлыҡҡа киләсәк.
Темәс ауылында физкультура-һыуыҡтырыу комплексы төҙөлә башлағайны. Ләкин йөҙөү бассейны буласаҡ урында ер аҫты һыуы килеп сығыу сәбәпле, эштәр туҡтап ҡалған. Әлеге ваҡытҡа объект урынлашҡан биләмәне ҡайтанан тикшереп, проектҡа бер аҙ үҙгәреш индерелгән. Алан Марзаев подрядсы ойошмаға тейешле күрһәтмәләр биреп, билдәләнгән эштәрҙе атҡарып сығыуға ваҡыт билдәләне.
Алан Викторовичтың эш сәфәре артабан Баймаҡ ҡалаһында дауам итте. Ул төҙөлә башлаған ябыҡ боҙ аренаһында булып, эш барышы менән танышты. Әле тимер конструкциянан объекттың стенаһы күтәрелә. Билдәле булыуынса, бында ла проект-смета документацияһына бер аҙ үҙгәреш индереү талап ителгән. Алан Марзаев шуға бәйле күрһәтмәләр биреп, эште тиҙләтеү кәрәклеген белдерҙе.
Вице-премьер Урғаҙа ауылында ла булды. Бында ул яңы мәҙәниәт йорто төҙөлөшө менән танышты. Халыҡ менән осрашып, уларҙың борсоған һорауҙарына яуап бирҙе.
Икенсе көнө Урғаҙа ауылында күп ҡатлы йорттар менән идара итеүселәрҙең муниципаль форумы үтте. Унда БР-ҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Арсланбек Хәйҙәров, БР-ҙың төбәк операторы Павел Сафонов, көнсығыш округының торлаҡ, төҙөлөш күҙәтеүе һәм лицензия буйынса дәүләт контроленең бүлек начальнигы Мәрзиә Билалова, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм уның торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алексей Власов һәм төрлө өлкә белгестәре ҡатнашты.
- Урғаҙа ауылы халҡын борсоған проблемалар беҙгә яҡшы таныш, - тине Фәнис Әминев. - Шуларҙың иң беренсеһе, әлбиттә, эсәр һыу һәм юл. Саралар күрелә, эштәр алып барыла. Һыу селтәре Янғаҙы ауылынан һуҙыласаҡ. Йылылыҡ мәсьәләһе хәл ителде. Бөгөн бында бер генә йорт үҙәк ҡаҙанлыҡтан йылытыла, ҡалғандарында автоматлаштырылған ҡоролма ҡуйылған.
Форумда шулай уҡ күп ҡатлы йорттарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе күтәрелде. Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа ремонт эштәре алып барылмағанлыҡтан, күп ҡатлы йорттар тамам иҫкергән. Айырыуса уларҙың ҡыйыҡтарын, инженер селтәрҙәрен яңыртыу талап ителә. Өҫтәүенә урында барлыҡ был эштәрҙе атҡарып сығырлыҡ коммуналь хужалыҡтың булмауы борсолоу тыуҙыра. Форум барышында был тәңгәлдәге мәсьәлә контролгә алынып, тиҙ арала ойошманың эшен ҡайтанан тергеҙеү бурысы ҡуйылды.
Урғаҙала 20 күп фатирлы йорт бар, шуларҙың береһе биш ҡатлы. Кеше йәшәмәгән, буш торған фатирҙар күп. Өҫтәүенә, күптәренең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн бурыстары йыйылған. Һөҙөмтәлә капиталь ремонт эштәре алып барыу мөмкинлеге сикләнә.
Форум барышында ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған һорауҙарына аныҡ яуаптар алды.
Лилиә ТАКАЕВА.