Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Сентябрь 2023, 18:40

Башҡортостанда эш биреүселәрҙе онлайн-һорау үтергә саҡыралар

Башҡортостанда эш биреүселәрҙе онлайн-һорау үтергә саҡыралар. Ул урта сроклы һәм оҙайлы ваҡытҡа, йәғни 5 һәм 10 йылға профессиональ кадрҙарға ихтыяжды билдәләргә ярҙам итәсәк.Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йыл һайын ошондай һорау алыу үткәрә, һуңынан һөҙөмтәләр буйынса, бөтә шарттарҙы - кәрәгәсәк кадрҙарҙың йәшен, белем кимәленә һәм һөнәри квалификацияһына ҡарата талаптарҙы иҫәпкә алып, төбәк иҡтисадының кадрҙарға булған ихтыяжын күҙаллай.

Башҡортостанда эш биреүселәрҙе онлайн-һорау үтергә саҡыралар
Башҡортостанда эш биреүселәрҙе онлайн-һорау үтергә саҡыралар

Башҡортостанда эш биреүселәрҙе онлайн-һорау үтергә саҡыралар. Ул урта сроклы һәм оҙайлы ваҡытҡа, йәғни 5 һәм 10 йылға профессиональ кадрҙарға ихтыяжды билдәләргә ярҙам итәсәк.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йыл һайын ошондай һорау алыу үткәрә, һуңынан һөҙөмтәләр буйынса, бөтә шарттарҙы - кәрәгәсәк кадрҙарҙың йәшен, белем кимәленә һәм һөнәри квалификацияһына ҡарата талаптарҙы иҫәпкә алып, төбәк иҡтисадының кадрҙарға булған ихтыяжын күҙаллай.

Һорау алыуҙа:

бөтә төр ҡтисади эшмәкәрлек алып барған, төрлө милек формаһындағы, хеҙмәткәрҙәр һаны яғынан бәләкәй, урта, эре ойошмалар ҡатнаша ала.

❗2023 йылдың 15 сентябренә тиклем һорау алыуҙа ҡатнашып өлгөрөгөҙ: https://vk.cc/cqetUr

Анкета тултырғанда һорауҙар килеп тыуһа, телеграм-чатта һорау менән мөрәжәғәт итергә мөмкин: https://vk.cc/cqRNhn

Системаға инеү өсөн ойошманың электрон почтаһына күрһәтмә, ваҡытлыса логин һәм пароль менән хат ебәрелә. Тулыландырылған мәғлүмәттәрҙең барыһы ла тик прогноз төҙөү һәм уҡытыу программаларына төҙәтмәләр индереү өсөн файҙаланыласаҡ.

Ентеклерәк – сайтта: https://vk.cc/cqRNhV

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: