Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Балтас районы егете Илдарис Х.-ны генерал Шайморатов ордены менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Яҡташыбыҙ инвалид күршеһен янғындан ҡотҡарған. Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында яугиргә лайыҡлы наградаһын тапшырҙы.
«Илдарис Рәдис улына ошондай батырлығы һәм хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп, дәүләт наградаһын тапшырырға теләйем», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тыуған яғына ялға ҡайтҡан 21 йәшлек Илдарис Х. күршеһен ут ялмап алған өйҙән алып сыҡҡан. Ир инвалид булған.
«Мин үҙ бурысымды үтәнем. Минең урында булған һәр кем шулай эшләр ине», - тине Илдарис «Башинформ»ға биргән интервьюһында.
Сығанаҡ: