Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
24 Август 2023, 14:52

Мортаза Рәхимовҡа - һәйкәл!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа дүрт метр бейеклектәге һәйкәл ҡуйыласаҡ

«РБК-Уфа» порталы хәбәр итеүенсә, беренсе Президентҡа һәйкәл ҡуйыу дәүләт экспертизаһы тарафынан хупланған. Дүрт бейеклектәге һәйкәлде баш ҡаланың Ленин паркындағы ике фонтан араһында, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһы алдында ҡуйыу планлаштырыла.

«М. Ғ. Рәхимовтың бронза һәйкәле майҙан уртаһында ике баҫҡыслы гранит постаментта урынлашасаҡ. Уның артында монументаль ҡоролма, байраҡ ҡуйыласаҡ, мансур граниты башҡорт биҙәктәре менән биҙәләсәк», — тигән аңлатма бирелә һәйкәлдең проектында.

Мемориалды Мәскәү скульпторы, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков эшләр тип көтөлә.
Сығанаҡ: Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Мортаза Рәхимовҡа - һәйкәл!
Мортаза Рәхимовҡа - һәйкәл!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: