Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Август 2023, 15:45

Хәйбулла районында бөгөн төндә 5 кеше юғалған...

Улар Таштуғай ауылына юл тотҡан...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Башҡортостанда бөгөн төндә ашығыс хеҙмәттәргә биш кешенән торған ғаиләнең: әсәһе, атаһы, өләсәһе, ҡартатаһы һәм 11 йәшлек баланың Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһынан Хәйбулла районының Таштуғай ауылына автомобилгә барыуы тураһында хәбәр килгән. Юлда улар Таналыҡ йылғаһына төшөргә булған, ләкин автомобиль боҙолған, һәм ғаилә юлын дауам итә алмаған. Зыян күреүселәр үҙҙәрен ҡайҙа булыуын аныҡ әйтә алмаған.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары Сибайҙан бәләгә тарыған ғаиләнән шылтыратҡан һәм уларға урындың координаталарын билдәләргә ярҙам иткән. Һуңынан ҡотҡарыусылар осрашыу нөктәһен билдәләп, зыян күреүселәргә барып еткән һәм яҡындағы тораҡ пунктҡа эвакуациялаған, тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

 

фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, 23433f67f70df7617b9d8187bd188ecf

Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре"

Хәйбулла районында бөгөн төндә 5 кеше юғалған...
Хәйбулла районында бөгөн төндә 5 кеше юғалған...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: