Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
23 Июнь 2023, 11:20

Эш кәрәкме? Рәхим итегеҙ!

Әлеге минуттарҙа Баймаҡ ҡалаһының Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжы базаһында Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһе бара...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Әлеге минуттарҙа Баймаҡ ҡалаһының Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжы базаһында Бөтә Рәсәй вакансиялар йәрминкәһе бара. Унда район, республика һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән утыҙға яҡын предприятие, учреждение, ойошманан килгән вәкилдәр, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында, эш урындары тәҡдим итә. Йәрминкәлә студенттар, йәш белгестәр, шулай уҡ оло йәштәгеләр ҙә ҡатнаша.

Сарала эш биреүселәр тарафынан ҙур күргәҙмә ҡуйылған. Ошонда уҡ оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә. Һөнәри әҙерлеккә тренинг үткәрелә. Эш эҙләүселәр һәм спикерҙар араһында йәнле әңгәмә бара. Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына аныҡ яуаптар алыуға өлгәшә.

Был хаҡтағы тулыраҡ материалды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Эш кәрәкме? Рәхим итегеҙ!
Эш кәрәкме? Рәхим итегеҙ!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: