2023 – Уҡытыусы һәм остаз йылы
“Хәҙергем, киләсәгем дә тик Башҡортостан менән”
Кемгәлер йәйге каникул күңелле ялдан башланды, ә ҡайһы бер балалар был ваҡытта һынау тотто. Юҡ, һүҙ сығарылыш имтихандары хаҡында түгел. Быйыл да Баймаҡ районы һәм ҡалаһынан белем алыуын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында дауам итергә теләүселәр күп булды. Ә унда уҡырға инеү өсөн ысынлап та мөһим һынауҙар тоторға кәрәк. Гимназия-интернатының директоры Илнур Рифат улы Салиховтан был белем усағындағы уҡыусылар, уҡытыу-тәрбиә алымдары, гимназияның эш йүнәлештәре хаҡында һөйләүен һораныҡ.
“Иң тәүҙә шуны билдәләп үткем килә, гимназия—интернатта уҡыусыларҙың күбеһе Урал аръяғы райондарынан. Улар араһында Баймаҡ балалары бик күп һәм уларҙың сафы йыл һайын тулылана бара. Был уҡыусыларҙың белем яғынан ғына түгел, ә ижади, спорт яғынан бик һәләтле булыуы һоҡландыра. Беҙҙә сифатлы белем алған Баймаҡ балалары, киләсәктә бик тә кәрәкле белгестәр булып, үҙ райондарына эшкә ҡайтыр, тип ышанам. Сөнки беҙ уҡыусыларыбыҙға урта белем биреп кенә ҡалмайбыҙ, артабан уларҙы юғары уҡыу йорттарына, кәрәкле йүнәлештәргә уҡырға индереүҙе лә маҡсат итеп алғанбыҙ. Илһөйәрлек рухында тәрбиәләйбеҙ балаларҙы.
Гимназиялағы мөһим яңылыҡтарға килгәндә, Луганск Халыҡ Республикаһы мәктәбе менән килешеү нигеҙендә ике мәғариф учреждениеһы араһында үҙ-ара тәжрибә, яңы инновацион технологияларҙы ҡулланыу практикалары менән уртаҡлашыу, төрлө уртаҡ саралар үткәреү мөмкинлектәре барлыҡҡа килде. Шулай уҡ дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү өлкәһендә төрлө йүнәлешле семинарҙар, конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторола. Был 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын һәм легендар генерал Миңлеғәли Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән башҡарылған ҙур эшебеҙ дауам итә.
Тағы бер мөһим йүнәлеш – республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда фәнде үҫтереү йәһәтенән ҙур эшкә старт бирҙе. Был ғәмәлдән беҙ ҙә ситтә тороп ҡалмайбыҙ. Беҙҙең гимназия элек-электән юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырған, ә Евразия фәнни-белем биреү үҙәген ойоштороу был эште системалаштырҙы.
Ата-әсәләргә шуны ла еткергем килә. Беҙҙең гимназияла Өфө дәүләт нефть-техника университетының һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының предуниверсарийҙары уңышлы эшләй. Уларҙың төп маҡсаты – уҡыусыларҙы сит тарафҡа ебәрмәйенсә, үҙебеҙҙең республикала урынлашҡан юғары уҡыу йорттарында ҡалдырыу. Һис шикһеҙ, Башҡортостандағы уҡыу йорттары Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа урынлашҡан уҡыу йорттарынан ҡалышмай, кимәле юғары һәм төплө белем бирә. Шуға күрә Баймаҡ уҡыусыларын беҙҙең гимназияла һәр саҡ көтөп ҡалабыҙ”,-тип һөйләне Илнур Салихов..
Эйе, 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты барлыҡҡа килгәндән алып үҙенең уҡыусылары һәм белем өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән дан тота. Хәҙерге ваҡытта Илнур Рифат улы туған белем усағын тағы юғарыраҡ үрҙәргә еткереү өсөн янып эшләй. Ә инде Илнур Салиховтың БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутат булып һайлауҙа ҡатнашырға ниәтен уның коллегалары ла, уҡыусылары ла, ата-әсәләр ҙә күтәреп алды. “Беҙгә Илнур Рифат улы кеүек янып эшләгән, тыуған төбәге өсөн алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт иткән депутаттар бик тә кәрәк”,-тип яңғырай халыҡ фекере. Илнур Салихов иһә үҙенең тыуған республикаһының патриоты булыуын, киләсәген дә тик Башҡортостан менән бәйләүен, хәҙерге ваҡытта төбәктә күп эштәр башҡарылыуын, күтәрелгән проблемалар ваҡытында хәл ителһен өсөн барыһы ла эшләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ә беҙ республиканың кадрҙар сәйәсәтен алып барыуға тос өлөш индергән 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты һәм уның директоры Илнур Салиховҡа яңынан-яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.