Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Июнь 2023, 15:40

30 кешенең башына еткән...

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

“Өй эргәһендәге кибеттән һатып алдым да кискә баҡсаға барҙыҡ, унда иһә минән башҡа бер кем дә тәмләп ҡараманы, үҙем дә күп эсә алманым, ашҡаҙаным яна башланы, эсем ауыртты, тиҙерәк ҡайта һалдыҡ. Төнө буйы ауырып сыҡтым, иртән иһә яңылыҡтарҙы асып ҡараһам, эштең ниҙә икәнен белдем, еңел ҡотолғанмын әле...”

Алкоголь эсемлектәргә бәйле тулҡын-тулҡын ағыуланыуҙар йыл һайын осрап тора, быйыл иһә “Мистер Сидр” маркалы алкоголь эсемлектең исеме таралды. Мәғлүмәттәр буйынса, Ҡурған, Ульяновск, Һамар, Түбәнге Новгород, Пенза өлкәләрендә, Удмурт һәм Сыуаш республикаларында 30 кеше ошо эсемлектән ағыуланып үлгән. Әлеге төбәктәрҙә йәшәгән тағы ла 90-дан ашыу кеше – табиптар күҙәтеүе аҫтында. Барыһы ла үрҙә әйтелгән кеүек, алкоголь эсемлектәр менән сауҙа иткән магазиндан һатып алған, бер ниндәй ҡурҡыныс тураһында уйланмай, дуҫтарын да һыйлаған. Һөҙөмтәлә көслө ағыуланыу, аң юғалтыу осраҡтары теркәлгән, ауыр осраҡтарҙа комаға китеү, үлем осрағына ла барып еткән. Һандарға енткеләп ҡарағанда, иң күп үлем осрағы Ульяновск өлкәһенә тура килә, 20 кеше ағыуланып үлгән, 62 кеше ағыуланыуҙан дауаланыу ала. Ҡыҙғансҡа ҡаршы, ағыуға тиң эсемлектән бала кеше лә зыян күргән, Ҡурған өлкәһендә уҡыусы ҡыҙ был эсемлектән һуң аңына килә алмай комаға киткән.
Аңлауығыҙса, был өлкәләр Башҡортостанға яҡын урынлашҡан, “Мистер Сидр” беҙҙең республика кәштәләренә лә һатыуға сығарылған булған. Беҙҙә ағыуланыу тураһында мәғлүмәттәр юҡ, шулай ҙа һатып алған тауарға иғтибарлы булырға, уның ҡайҙа етештерелгәнен тикшерергә кәрәк. Арзанлы эсемлек ҙур табындағы өҫтәлдәргә барып эләкмәһен.
“Сидр” аҙ алкоголле эсемлек булып һанала һәм ул тәбиғи әсетеү процесы нигеҙендә әҙерләнә. Ә был осраҡта етештереү ысулы боҙолған һәм, сығымдарҙы кәметеү маҡсатында, етештереүсе еңел алым ҡулланып, тәмләткес биреүсе һут концетрантына спирт эсемлеге ҡойоп бутаған да ҡотолған. Тәбиғи ысул менән яһалған эсемлек менән сағыштырғанда, был ҡатнашмала спирт күләме күпкә юғары. Бындай сифатһыҙ тауар, әлбиттә, осһоҙ, тик етештереү процесын бер кем дә тикшереп тормай, эшселәр, мәҫәлән, этил спирты урынына метил спиртын бутап ебәреүҙәре лә мөмкин... Икенсе яҡтан, шешәнең тышында аҙ спирт күләме яҙылыуы, тәмле һут еҫе сығып торған эсемлек ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыуы ихтимал. Әлбиттә, тауарҙы тикшереп ҡарау мөһим, ә шул уҡ ваҡытта, әлеге кешеләр спиртлы эсемлек менән мауыҡмаған булһа, ағыуланмаҫ та ине, иҫән дә ҡалырҙар ине.

Сығанаҡ: https://ashkadar.com/articles/kh-l-va-i-alar/2023-06-14/30-keshene-bashyna-etk-n-mister-sidr-3299192

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: