-4 °С
Болотло
Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, календарь йәйҙең башында эҫе булғандан һуң республикала көндәр һалҡынайта.
«Төньяҡ һауа массаларының үтеп инеүенә бәйле һауа температураһы төндә +10, +15°-тан +5, +10° тиклем, ә көндөҙ +17, +22°-ҡаса төшә башлай. Был аҙнала уртаса һауа температураһының норманан 1-2° түбән булыуы көтөлә», — тип хәбәр итте синоптиктар.
6 июндә көндөҙ һәм 7 июндә төндә республиканың күпселек райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал, 6 июндә урыны менән боҙ-борсаҡ, көслө ел көтөлә.
Фото: от Башинформ - 9 (1)