Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Июнь 2023, 11:45

Тағы бер Ҡурай һәйкәле

"Идея һәм проект авторы — билдәле ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов. Был эште атҡарып сығыуҙа уға яҡташтары — Йылайыр ҡурайсылары ярҙам итте, — тип яҙҙы Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов. — Һәйкәл эшләп ҡуйыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм"...

Тағы бер Ҡурай һәйкәле
Тағы бер Ҡурай һәйкәле

Ял көндәрендә Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында "Атайсал" проекты сиктәрендә танылған ҡурайсы, йырсы, композитор, актёр һәм драматург Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан ҡурайға һәйкәл асыу тантанаһы үтте. 

"Идея һәм проект авторы — билдәле ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов. Был эште атҡарып сығыуҙа уға яҡташтары — Йылайыр ҡурайсылары ярҙам итте, — тип яҙҙы Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов. — Һәйкәл эшләп ҡуйыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм".  

Шул уҡ көндө бында төрлө номинацияларҙа башҡорт музыка ҡоралдарында (ҡурай, думбыра, ҡыл-ҡумыҙ) уйнаусыларҙың республика конкурсы еңеүселәренең гала-концерты уҙҙы. Иң-иңдәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: