-4 °С
Болотло
Бөгөндән Башҡортостанда ҙур йөк машиналары хәрәкәте өсөн йәйге сикләү ғәмәлгә инде, тип хәбәр итте республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
"Көндөҙ һауа температураһы +32 градустан юғары күтәрелһә, ауыр йөк ташыған транспортҡа төбәк һәм муниципаль- ара юлдар буйлап хәрәкәт итеү тыйыла", — тип иҫкә төшөрҙө министр.
Сикләү иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем генә ғәмәлдә. Төндә йөк машиналары хәрәкәтен дауам итергә мөмкин.
Республикала бындай машиналар өсөн йәйге сикләү 31 авгусҡа тиклем ғәмәлдә ҡала.