Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Май 2023, 09:06

Темәс янғын һүндереүселәренә яңы машина тапшырылды

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ районында янғын хәүефен булдырмау йәһәтенән ҙур саралар күрелә. Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан 114-се янғын һүндереү часынан тыш районда тағы ла янғынға ҡаршы айырым пост хеҙмәте ойошторолған. Улар Темәс, Түбә, Беренсе Төркмән, Урғаҙа ауылдарында урынлашҡан. Бынан тыш ун ауылда ирекле янғын һағы командаһы бар. Уларҙың матди-техник базаһы әленән-әле тулыландырыла. Кисә Темәс ауылындағы айырым янғын һүндереү посына яңы янғын һүндереү машинаһы тапшырылды. "Шундай ҙур ярҙам өсөн Республика Хөкүмәтенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ", - ти темәстәр. 

 

Темәс янғын һүндереүселәренә яңы машина тапшырылды
Темәс янғын һүндереүселәренә яңы машина тапшырылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: