Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Апрель 2023, 13:35

"Айыҡ ауыл" проекты - ауыл халҡы һаулығына инвестиция

Форум дауам итә.

«Кесе Ватаным - Атайсал» муниципаль форум сиктәрендә «Айыҡ ауыл» проекты - ауыл халҡы һаулығына инвестиция» темаһына секция ултырышы ҡаланың 4-се лицейының тамашалар залында бара. Модераторҙар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Марсель Тойғонов сығыш яһаны. Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтованың үҙҙәрендә эскелеккә ҡаршы алып барылған саралар тураһында ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Лицейҙың икенсе ҡатында күргәҙмә залы ойошторолған. Иҫке Сибай, Түбәнге Яйыҡбай, Ишмөхәмәт ауылдарынан оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр үҙ эштәренән бай күргәҙмә ойошторған.

"Айыҡ ауыл" проекты - ауыл халҡы һаулығына инвестиция
"Айыҡ ауыл" проекты - ауыл халҡы һаулығына инвестиция
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: