Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Апрель 2023, 16:00

Баймаҡта ...

тағы ла игеҙәктәр ауаз һалды! Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ ҡалаһынан Елена менән Евгений Михайловтар ғаиләһендә икеләтә шатлыҡ - уларҙың 16 мартта игеҙәк балалары донъяға ауаз һалған. Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса ЗАГС бүлеге белгестәре тантаналы шарттарҙа Марк һәм Еваның тыуыу тураһындағы актты теркәне. 

Әйтергә кәрәк, йыл башынан Баймаҡта дүрт ғаиләлә игеҙәк бәпестәр донъяға килгән. 

Сабыйҙарға бәхетле баласаҡ, ныҡлы һаулыҡ, ата-әсәләрен ҡыуандырып, һаулыҡта-сәләмәтлектә үҫеүҙәрен теләйбеҙ!

Фото һәм мәғлүмәт Елена һәм Евгений Михайловтарҙың ризалығы менән бирелә. 

 

Баймаҡта ...
Баймаҡта ...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: