Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Март 2023, 15:45

Ике айҙа 34 кеше эсеп үлгән...

Бәлә баймаҡтарҙы ла урап үтмәне. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Роспортебнадзорҙың Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике айҙа республиканың 35 ҡала һәм районында иҫерткес эсемлектән ағыуланған осраҡтар теркәлгән.Улар - Стәрлетамаҡта (76 кеше), Өфөлә (50), Нефтекамала (13), Белоретта (22), Октябрьскиҙа (6), Дүртөйлөлә, Туймазыла (2-шәр), Ағиҙелдә, Бәләбәйҙә, Ишембайҙа, Күмертауҙа (1-шәр), Стәрлетамаҡ районында (8), Өфө районында (7), Белорет районында (4), Иглин, Тумазы райондарында (3-шәр), Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле райондарында (2-шәр), Бишбүләк, Благовещенск, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Нуриман, Салауат, Учалы, Яңауыл райондарында (1-шәр). Шул уҡ ваҡытта иҫерткес эсемлектән 34 кеше вафат булған.

Сығанаҡ: "Башинформ"

Фото: "Башинформ"

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: