Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Декабрь 2022, 16:02

Яңы йылдан Рәсәй социаль фонды эшләй башлай

Хәҙер иһә граждандарға бөтә социаль ярҙам күрһәтеү саралары “берҙәм тәҙрә” аша хеҙмәтләндерелә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Яңы йылдан Рәсәй социаль фонды эшләй башлай

Рәсәй социаль фондының клиенттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәге пилот режимында эшләй башланы. Башҡортостанда 32 Пенсия фонды һәм Социаль страховкалау фондтрының берләшкән клиенттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәге Белорет, Благовещенск, Дәүләкән, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм тағы ла бер нисә ҡала, райондарҙа асылды. Яңы йылдан ике фондтың берләшкән офисының адрестары Рәсәйҙең Социаль фондының сайтында күрһәтелгән.

Рәсәй социаль фондын булдырыу ҡарары халыҡҡа мөмкин тиклем уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында барлыҡҡа килде. Хәҙер иһә граждандарға бөтә социаль ярҙам күрһәтеү саралары “берҙәм тәҙрә” аша хеҙмәтләндерелә.

Рәсәй социаль фонды 2023 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлай. Был хаҡтағы Указ ағымдағы йылдың июлендә донъя күргәйне.

БР-ҙың Рәсәй Пенсия фондының матбуғат хеҙмәте.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: deae4ff97255c9aef85752aacc51f8b0

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: