Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
16 Декабрь 2022, 14:20

2023 йылдың 1 ғинуарынан республикала балалар баҡсаһы өсөн түләү арта

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда мәктәпкәсә учреждениела баланы ҡараған өсөн айлыҡ түләү күләме арта. Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажиндың бойороғо буйынса сумма 1937 һум 40 тин тәшкил итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда айлыҡ түләү 1819 һум 13 тин кимәлендә билдәләнгәйне.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Владимир Путин президент ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышында 2023 йылдың аҙағына 3 йәшкә тиклемге бөтә балалар ҙа яслелә урындар менән тәьмин ителәсәге хаҡында белдерҙе.

Сығанаҡ: "Башинформ"

Фото: Башинформ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: