Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Ноябрь 2022, 11:20

Беҙҙе ниндәй ҡыш көтә?

Берәй аҙнанан календарь буйынса ысын ҡыш етә. Декабрь ниндәй буласаҡ? Ә ғинуар? Февралдә нимә көтөргә? Метеорологтар үҙ фараздарын әҙерләгән дә инде...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Берәй аҙнанан календарь буйынса ысын ҡыш етә. Декабрь ниндәй буласаҡ? Ә ғинуар? Февралдә нимә көтөргә? Метеорологтар үҙ фараздарын әҙерләгән дә инде.

Метеорология һәм мониторинг буйынса Башҡортостан идаралығының синоптиктары белдереүенсә, декабрь ғәҙәттәгенән һалҡыныраҡ буласаҡ. Декабрь айы өсөн -10,8 градус норма булып һаналһа, ҡыштың тәүге айында һауа температураһы тағы ла түбәнерәк буласаҡ, тип күҙаллана. Декабрб буйы ҡар яуасаҡ. Айҙың беренсе декадаһында көн аяҙлы-болотло буласаҡ. 3 декабрҙән ҡапыл һыуытасаҡ – һауа температураһы -21 градусҡа барып етәсәк.

Декабрҙең икенсе декадаһында һауа температураһының тағы ла түбәнәйеүе көтөлә. Ҡар яуасаҡ.

Өсөнсө декадаһында да һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ. Көндөҙ -3-15 градус һыуыҡ булһа, төнөн һауа температураһы -23 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Шулай уҡ ҡар яуып торасаҡ.

Ғинуар өсөн -12,5 градус норма булып тора. Был айҙа һауа температураһы шул тирәлә һаҡланасаҡ.

Февралдә лә һауа температураһы норма булып һаналған 11,7 градус тирәһе буласаҡ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:2400x1602_775004_[www.ArtFile.ru]

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: