Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Ноябрь 2022, 14:50

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары сүп-сар сығарған өсөн түләүҙән азат ителә

Ташламаны нисек юлларға?Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

- Төбәк операторы адресына ғариза һәм документтар тапшырырға кәрәк. Документтарҙың исемлеге - беҙҙең карточкаларҙа.
- Документтарҙы офиста шәхсән йәки төбәк операторының рәсми сайтында шәхси кабинет аша тапшырырға мөмкин.

Ташлама ҡасан ғәмәлгә инәсәк?

- Түләү ғариза килгән мәлдән алып туҡтатыла. Ташлама хәрби комиссариаттан алынған белешмәлә күрһәтелгән хеҙмәткә саҡырған көндән ғәмәлгә инә.
- Әгәр мобилизацияланған граждандың ғаиләһе сүп-сар сығарған өсөн квитанция буйынса түләгәндән һуң ташлама биреү тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итһә, түләү суммаһы демобилизацияланғандан һуң иҫәпкә алына.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаилә ағзаларына кемдәр инә?

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаилә ағзаларына уның менән бергә йәшәгәндәр һәм/йәки бер урында теркәлгәндәр инә:
- уның менән никахта торған ире/ҡатыны;
- хеҙмәткә һәләтһеҙ йәштәге ата-әсәһе (уллыҡҡа алыусылары);
- ата-әсәһе булмау сәбәпле, уны өс йылдан ашыу тәрбиәләгән йәки ҡараған осраҡта, хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге олатаһы һәм (йәки) өләсәһе;
- уны биш йылдан ашыу тәрбиәләгән һәм (йәки) ҡараған осраҡта, хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге үгәй атаһы һәм (йәки) үгәй әсәһе;
- бәлиғ булмаған балалары;
- 18 йәше тулғансы инвалид булып ҡалған 18 йәштән өлкән балалары;
- белем биреү ойошмаларында көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалары.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү тураһындағы бойороғо ошонда: https://npa.bashkortostan.ru/36683/ һәм тағы ла ошонда: https://npa.bashkortostan.ru/36811/

Ташлама тураһында ентеклерәк – "Башҡортостан Республикаһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар» чат-ботында: https://t.me/tsurTKOBot

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре Башҡортостанда ниндәй социаль ярҙам саралары менән файҙаланырға мөмкин булыуы хаҡында - махсус чат-ботта:
https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: