Саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үтеү һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыу ваҡыты хеҙмәт стажына индерелә
Пенсияға алдан сығыу өсөн кәрәкле страховка стажына саҡырылыу буйынса хәрби бурысты үтәү ваҡыты индерелә. Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыу ваҡыты страховка стажына ике тапҡырға арттырып яҙыла. Был осраҡта шәхси пенсия коэффициенты ла ике тапҡырға арта.
Альтернатив хеҙмәт була
Мобилизация иғлан ителгән осраҡта, хәрби формированиеларҙа альтернатив хеҙмәттә булған граждандар шул уҡ урындарында хеҙмәтен дауам итәсәк. Федераль власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары ҡарамағындағы ойошмаларҙа альтернатив хеҙмәттә булыусыларҙың Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафына күсерелеүе мөмкин.
Хөкөм ителгәндәрҙе лә әрмегә алыуҙары бар. Әммә барыһын да түгел
Хөкөм ҡарары булғандарҙы, шулай уҡ ауыр енәйәттәр өсөн, мобилизациялауҙары мөмкин. Әммә балиғ булмағандарға ҡарата енси енәйәт ҡылғандар, Ватанға хыянат иткәндәр, шпионаж, теракт, ҡораллы бола, дәүләт эшмәкәренең ғүмерен ҡыйыу, кешеләрҙе аманатҡа (заложник) алыу, һауа, һыу һәм тимер юл транспортын ҡыуып алып китеүгә һ.б. бәйле енәйәт ҡылғандар әрмегә алынмай.
Үҙ теләге менән мобилизацияланғандар контракт менән хеҙмәт итеүселәргә тиңләштерелә
Үҙ аллы төҙөлгән формированиеларҙа ҡатнашыусыларға контракт буйынса хәрби хеҙмәт итеүсе статусы бирелә. Был формированиелар мобилизация, хәрби хәл, хәрби ваҡыт, ҡораллы бәрелештәр, контртеррористик операциялар, шулай уҡ ил биләмәһенән ситтә булған операцияларға Рәсәй Ҡораллы Көстәре составында йәлеп ителәсәк. Уларҙы Президет ҡарары менән Оборона министрлығы төҙөй.
Дәүләт хеҙмәтендә 65 йәшкә тиклем эшләргә мөмкин. Әммә хеҙмәткәрҙең теләге буйынса был ваҡыт 70 йәшкә тиклем оҙайтылырға мөмкин. Был федераль башҡарма власть органдарында төп төркөм вазифалары етәкселәренә, Дәүләт Думаһында һәм Федерация Советында етәксе вазифаларҙы биләүселәргә ҡағыла. Президент тәғәйенләгән вазифаларҙа эшләүселәргә йәш буйынса сикләү ҡағылмай.
Хәҙер дәүләт һунар инспекторҙары үҙҙәренең вазифауи бурыстарын үтәгәндә физик көс, махсус тәғәйенләнештәге әйберҙәр, ҡорал ҡуллана ала.