Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
7 Ноябрь 2022, 17:00

"Яңы йыл байрамы була, балаларға айырым иғтибар бүлергә кәрәк"

Шулай тип белдерҙе Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров

"Яңы йыл байрамы була, балаларға айырым иғтибар бүлергә кәрәк"
"Яңы йыл байрамы була, балаларға айырым иғтибар бүлергә кәрәк"

Дүшәмбе Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы йыл байрамдары осоронда балаларға айырым иғтибар бүлергә кәрәклеген белдерҙе.

- Балаларға айырым иғтибар биреү мөһим. Яңы йыл саралары һәм бүләктәр бер нисә тапҡырға арттырылырға тейеш. Мобилизацияланған ир-егеттәр күп, бында уларҙың балалары ҡалды – уларға айырым иғтибар күрһәтербеҙ, – тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Яңы йылға бер ниндәй ҙә яңылыҡ индерергә, һатып алырға кәрәкмәй, ләкин тауҙар стандарттарға тап килергә тейеш.

- Быға тиклем булған тауҙар сертификацияға тап килмәй, бының өсөн аҡса өҫтәргә кәрәк. Был ҙур аҡса түгел – балалар тауҙары өсөн тотоноғоҙ. Ә бына төрлө төҫлө, архитектура яҡтыртҡыстары менән ашыҡмай тороғоҙ. Яңы йыл шыршылары булырға тейеш. Әммә уҙған йылдарҙа башҡара алғанды быйыл эшләмәйбеҙ, – тип һүҙен йомғаҡланы республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-07/glava-bashkirii-novyy-god-nikto-ne-otmenyaet-detyam-nado-udelit-osoboe-vnimanie-3018713

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: