Дәүләт Думаһында мобилизациянан баш тартҡан өсөн яуаплылыҡты көсәйткән закон проекты ҡаралмай. Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты етәксеһе Нина Останина ошо турала әйтте.
Уның һүҙҙәренсә, «Берҙәм Рәсәй» мобилизация осоронда хәрби хеҙмәттән баш тартҡан өсөн яуаплылыҡ индереү тураһында башланғыстың тикшерелмәүе хаҡында белдергән.
Бынан алда Дәүләт Думаһының Оборона комитеты рәйесе Андрей Картаполов һәм хәүефһеҙлек буйынса комитет рәйесе Василий Пискарев өлөшләтә мобилизация башланғас та ошо идеяның уҡ ҡаралыуын әйткәйне. Уның маҡсаты хеҙмәткә саҡырылғандар һәм мобилизацияланғандар араһында ҡасып йөрөгән өсөн яуаплылыҡты тигеҙләү ине. Әммә хәҙер, өлөшләтә мобилизация тамамланғас, башланғыс үҙенең әһәмиәтен юғалтты.
Сығанаҡ: