Һаҡмар
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Октябрь 2022, 11:50

Күпселек һорауҙар мобилизация мәсьәләләренә ҡағылды

Хәҙерге көндә төп бурыс, коллегаларым да мине ишетә, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү.

Күпселек һорауҙар мобилизация мәсьәләләренә ҡағылды
Күпселек һорауҙар мобилизация мәсьәләләренә ҡағылды

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров киске сәғәт 7-лә республика халҡы менән тура бәйләнешкә сыҡты. Сара башында уҡ ул барлыҡ һорауҙарға ла асыҡ һәм ентекле яуап бирәсәген белдерҙе. Күпселек һорауҙар хәрби операция, мобилизация мәсьәләләренә ҡағылды. Был хаҡта Радий Хәбиров бына нимәләр һөйләне:

- Башҡортостанда өлөшләтә мобилизация буйынса бурыс үтәлде. Һис шикһеҙ, мин ирҙәре махсус хәрби операция киткән һәм 16 йәшкә тиклемге өс балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы аңлайым. Белеүегеҙсә, мин ҡарар ҡабул иттем һәм дүшәмбенән ул үтәлде. 16 йәшкә тиклемге өс бала тәрбиәләгән ир-егеттәребеҙгә килгәндә, уларҙы хәрби әҙерлек үтеү урындарынан ҡайтарабыҙ. 200-ләгән кешене кире ҡайтарҙыҡ. Әммә «алмаштырабыҙ» тигән һүҙҙе файҙаланыу мөһим, сөнки мобилизация бурысын үтәргә тейешбеҙ. Оборона министрлығының быны нисек эшләргә кәрәклеге тураһында аңлатмаһы бар. Был йәһәттән ҡуйылған бурысты үтәнек, егеттәр кире ҡайтты. Әммә уларҙың урынына хәрби хеҙмәткә саҡырыу өсөн ошондай сикләүҙәре булмаған яҡташтарыбыҙҙы ебәрҙек.

Махсус хәрби операция зонаһына оҙатылған ир-егеттәргә ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. Үҙем уларҙы оҙатыуҙа ҡатнаштым, ғаиләләре менән үҙҙәрен лайыҡлы тотоп, ләкин моңһоу ғына ҡарап хушлаштылар. Улар туристик сәйәхәткә түгел, ә ғүмер һәм һаулыҡ өсөн хәүефле урындарға юллана. Хәҙерге көндә төп бурыс, коллегаларым да мине ишетә, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү. Бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ.

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-10-27/radiy-h-birov-bash-ortostanda-l-shl-t-mobilizatsiya-buyynsa-burys-t-lde-3006384

Фото: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-10-27/radiy-h-birov-bash-ortostanda-l-shl-t-mobilizatsiya-buyynsa-burys-t-lde-3006384

 

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: