+5 °С
Болотло
Республика Башлығы Радий Хәбировтың «тура бәйләнеш»е барышында Белорет ҡалаһы биҫтәләренең береһендә йәшәүселәр эсәр һәм техник һыу булмау мәсьәләһен хәл итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Биҫтәлә бәләкәй балалары булған йәш ғаиләләр ҙә, даими тәрбиәгә мохтаж оло йәштәге граждандар ҙа йәшәй.
«Мин һәр саҡ район башлыҡтарына физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм мәҙәниәт йорттарын төҙөргә теләүем хаҡында әйткәйнем, ләкин кешеләрҙең һыуы булмауы, был бик ҡот осҡос, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. - Белорет буйынса мөрәжәғәтте рәсмиләштерергә һәм мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул иткәндә һәр ваҡыт өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе һайларға кәрәк. Һәм бындай өҫтөнлөктәр араһында беренсе урында, һис шикһеҙ, һыу булырға тейеш».