+5 °С
Болотло
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, «Тура бәйләнеш» барышында бирелгән тәүге һорауҙарҙың береһенә яуап биреп, үҙенең хәле тураһында һөйләне.
«Һаулығым һәйбәт. Тубығыма операция яһанылар. Хоккей уйнағанда йәрәхәтләнгәйнем», — тине Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, әле реабилитациялау осоро бара, артыҡ хәрәкәттәр яһарға кәңәш ителмәй.
«Ләкин кәйефем яҡшы. Был эшкә ҡамасауламай», — тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.
https://www.bashinform.ru/news/direct_line/2022-10-27/habirov-3005952