Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Рәсми бүлек
27 Октябрь 2022, 16:42

Аҡъяр-Сибай юлы ҡасан төҙөкләндереләсәк?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районынан Салауат Абдуллиндың һорауына яуап бирҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең тура бәйләнешендә Сибай - Аҡъяр трассаһында капиталь ремонт эштәрен башҡарыу ваҡытын әйтте.

«Хәҙер беҙ Урал аръяғы юлдары, шул иҫәптән Сибай-Аҡъяр юлы, менән тығыҙ шөғөлләнеү өсөн ҙур булмаған аҡса фонды булдырабыҙ. Юлдар — ул иң ҡиммәтле һәм ауыр йөкләмә. Киләһе йылдан проектлауға тотонорбоҙ, 3-4 йылдан бында тәртип урынлаштырырбыҙ, тип вәғәҙә бирәм. Быны минең йөкләмәмә индереүегеҙҙе һорайым», - тип һөйләне Радий Хәбиров.

Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы 2023 йылдың аҙағына ҡарай 13 ауырлыҡ контроле станцияһына өҫтәмә тағы ла өсәү ҡуйыласағын хәбәр итте.  

Сығанаҡ: "Башинформ"

Аҡъяр-Сибай юлы ҡасан төҙөкләндереләсәк?
Аҡъяр-Сибай юлы ҡасан төҙөкләндереләсәк?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас