

РФ Президенты Владимир Путиндың указын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика оператив штабын булдырҙы.
Радий Хәбиров үҙе етәкләйәсәк структураға министрлыҡтар һәм ведомстволар, оператив хеҙмәттәр, көс структуралары, төбәк ойошмалары етәкселәре инде.
Оперштаб етәксеһе республика халҡын һәм биләмәһен ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, РФ Ҡораллы көстәренең һәм башҡа ғәскәрҙәрҙең, хәрби соединениеларҙың һәм халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү сараларын ойоштора аласаҡ.
Бынан тыш, указ йәмәғәт тәртибен тәьмин итеүҙә өҫтәлмә саралар ҡулланырға, инфраструктура объекттарының, шул иҫәптән транспорт, элемтә, энергетика өлкәһенең эшендә айырым режим булдырыу мөмкинлеген бирә.
20 октябрҙә БР Башлығы төбәк оператив штабының беренсе ултырышын уҙғарҙы.
«Кисә Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин үҙенең указы менән Башҡортостанды базалы әҙерлек кимәле иғлан ителгән төбәктәр исемлегенә индерҙе, — тине Радий Хәбиров. — Беҙҙең төп бурыс – республика ойошма-предприятиеларының, иҡтисадының һәм социаль сфераның ышаныслы эшләүен тәьмин итеү».
Ултырышта Башҡортостан иҡтисадының тотороҡло эшләүен ойоштороуҙы ҡаранылар. БР Башлығы хөкүмәткә һәм район-ҡалаларға мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтеү буйынса айырым иғтибар бүлергә саҡырҙы.
“Башинформ”.