Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Рәсми бүлек
19 Октября 2022, 11:55

Башҡортостан Башлығы менән "Тура бәйләнеш" уҙа

«Тура линияға» һорауҙы ике ысул менән биреп була

Башҡортостан Башлығы менән "Тура бәйләнеш" уҙаБашҡортостан Башлығы менән "Тура бәйләнеш" уҙа
Башҡортостан Башлығы менән "Тура бәйләнеш" уҙа

27 октябрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалы, Башҡортостан-24, «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдарының, «Юлдаш» радиостанцияһының тура эфирында республика халҡының көнүҙәк һорауҙарына яуап бирәсәк.

«Тура линияға» һорауҙы ике ысул менән биреп була - төбәк етәксеһенең «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәре сәхифәһендә комментарий итеп ҡалдырырға йәки БР Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлеккә видеояҙма итеп ебәрергә мөмкин. Һорауҙарҙы дөрөҫ итеп биреү өсөн видео инструкцияһы бар.

«Тура линия» трансляцияһын Радий Хәбировтың социаль селтәр сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Башинформ”.

Фото: yandex.ru

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас