Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Рәсми бүлек
13 Октябрь 2022, 11:40

Ҡотҡарыусылар урманда аҙашҡан 4 кешене ҡотҡарған

Был хәл Баймаҡ районында булған.Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ашығыс хеҙмәт белгестәре Баймаҡ районында бәшмәк йыйып аҙашҡан дүрт кешегә урмандан сығырға ярҙам иткән.

Төркөмдә биш йәшлек бала ла булған. Кире юлға сыға алмай аҙашҡандарын аңлағас, бәшмәкселәрҙең береһе ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратҡан. Оператор кешеләрҙең ҡайҙа икәнлеген ҡабул иткән, ярҙамға Сибай төбәк эҙләү отряды ҡотҡарыусылары юлланған. Улар тиҙҙән аҙашыусыларға барып юлыҡҡан – бер кем дә зыян күрмәгән.  

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/law/2022-10-13/priehali-za-gribami-i-zabludilis-spasateli-v-bashkirii-pomogli-chetverym-lyudyam-vybratsya-iz-lesa-2987778

Фото БАШИНФОРМ

Ҡотҡарыусылар урманда аҙашҡан 4 кешене ҡотҡарған
Ҡотҡарыусылар урманда аҙашҡан 4 кешене ҡотҡарған
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас