Рәсми бүлек
28 Сентябрь 2022, 07:45

“Дүрт аяҡлы” дуҫың дуҫмы?

“Дүрт аяҡлы” дуҫ тиһәләр ҙә, ҡайһы саҡта эттәр ҙә хәүеф тыуҙыра. Сөнки бөгөн улар һәр ҡайҙа: урамда, ихатала, хатта мәктәп алдында. Шуға күрә лә бәләкәс ҡыҙымды мәктәп ишегенә тиклем оҙатып ҡуйыуҙы хуп күрәм. Күңелемә шулай тынысыраҡ. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ҡалала берәҙәк эттәр күбәйҙе. Был проблема башҡа төбәктәргә лә хас. Эттең яңғыҙы ғына түгел, ә көтөүе менән кешеләргә, балаларға ташланған осраҡтар күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай хәлдәрҙең фажиғә менән тамамланғандары ла бар – йыртҡыстарҙан таланған йәки һәләк булыусылар тураһында ишетеп торабыҙ. Берәҙәк эттәрҙән ҡотолоу юлы бармы? Был тәңгәлдә ниндәй саралар күрелә? Уның өсөн ҡайҙа һәм кемгә мөрәжәғәт итергә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, Баймаҡ ҡалаһының Революция урамындағы 77-се йортонда урынлашҡан берәҙәк эттәр приюты етәксеһе Денис Усмановҡа мөрәжәғәт иттек.

Берәҙәк эттәр донъяны баҫа

Дүрт аяҡлы” дуҫ тиһәләр ҙә, ҡайһы саҡта эттәр ҙә хәүеф тыуҙыра. Сөнки бөгөн улар һәр ҡайҙа: урамда, ихатала, хатта мәктәп алдында. Шуға күрә лә бәләкәс ҡыҙымды мәктәп ишегенә тиклем оҙатып ҡуйыуҙы хуп күрәм. Күңелемә шулай тынысыраҡ.

Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ҡалала берәҙәк эттәр күбәйҙе. Был проблема башҡа төбәктәргә лә хас. Эттең яңғыҙы ғына түгел, ә көтөүе менән кешеләргә, балаларға ташланған осраҡтар күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай хәлдәрҙең фажиғә менән тамамланғандары ла бар – йыртҡыстарҙан таланған йәки һәләк булыусылар тураһында ишетеп торабыҙ. Берәҙәк эттәрҙән ҡотолоу юлы бармы? Был тәңгәлдә ниндәй саралар күрелә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иттек.



Приютта хәлдәр нисек?

Беҙҙең һорауҙарға Баймаҡ ҡалаһының Революция урамындағы 77-се йортонда урынлашҡан берәҙәк эттәр приюты етәксеһе Денис Усманов яуап бирә:

Бөгөн приютта нисә эт аҫрала?

Һәр ярты йыл һайын район хакимиәте менән берәҙәк эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе тотоу өсөн килешеү төҙөлә. Уға ярашлы быйыл 221 эт һәм 24 бесәй көтөргә тейешбеҙ. Ләкин йылдың икенсе яртыһына берәҙәк бесәйҙәрҙе аҫрау ҡаралмаған. Әле ваҡытта яҡынса 20 эт тотола. 3-5 айлыҡ егермеләгән көсөк тә бар.

Ул нисә урынға иҫәпләнгән?

Приют артыҡ ҙур түгел. Әлегә 12 айырым оя бар. Унда операциянан һуң эттәрҙе айырып ҡуябыҙ. Үтә уҫалдарын сылбырға бәйләйбеҙ. Ҡалғандары асыҡ һауала, айырым ояларҙа тотола.

Аҙыҡты ҡайҙан алаһығыҙ?

Сауҙа нөктәләренән һатып алабыҙ. Һирәк осраҡта кешеләр ҙә алып килә.

Һеҙгә бесәй, эттәрҙе уларҙың хужалары алып киләме?

Ундай осраҡтар ҙа бар. Ҡайһы берәүҙәр күсеп китә, бәғзеләр уларҙан ҡотолоу өсөн дә ҡалдыра.

Приют ҡала ситендә урынлашҡанғамы, һеҙҙең тирәлә берәҙәк эттәрҙең күп йөрөгәнен күрергә була...

Ғәҙәттә, көҙгә табан берәҙәк эт-бесәйҙәр арта. Ҡаланан ситтәге урамдарға, ҡыйлыҡҡа ташлап китеүселәр бар. Эттәрҙе, бесәйҙәрҙе ташламағыҙ, тип әйтеп торабыҙ. Ләкин беҙҙең үтенес ҡайһы берәүҙәргә барып етмәй, буғай. Бына бөгөн дә кемдер этен ҡалдырып киткән. Аптыраған көндән ҡабул иттек инде. Ғөмүмән, беҙгә килгән эттәрҙең барыһын да ашатып, стерилләп, бирка ҡуябыҙ. Килеп эләккәндәрен былай ғына сығарып ебәрмәйбеҙ.

Бөгөн күптәрҙең берәҙәк эттәргә ҡарап, ниңә атмайҙар икән, бәлә килгәнен көтәләрме, тип борсолғанын ишетергә була...

Берәҙәк эттәрҙе бөтөнләй атмайбыҙ, ҡануниәт ҡушмай. Уларҙы тотоп алып киләбеҙ һәм стерилләү сараларын күрәбеҙ.

Хайуандарҙы улар үлгәнсе көтәһегеҙме?

Төрлө социаль селтәрҙәргә белдереү һалабыҙ, беҙҙә шундай-шундай эттәр бар, тип. Кемгә кәрәк, килеп алып китә. Бөгөн приютта, мәҫәлән, алабай тоҡомло яҡшы эт бар. Әгәр кемгәлер кәрәк икән, килһендәр. Ул һеҙгә яҡшы һәм тоғро дуҫ буласаҡ.

Хәүеф тыуҙырғандарын аулау өсөн халыҡ кемгә мөрәжәғәт итә ала?

Бындай осраҡта район һәм ҡала хакимиәттәренә, йәки тура үҙемә шылтыратырға мөмкин. Телефон: 89051803562.

“Дүрт аяҡлы” дуҫың дуҫмы?
“Дүрт аяҡлы” дуҫың дуҫмы?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас