+16 °С
Болотло
14 сентябрҙән 21 сентябргә тиклем районда 5 янғын осрағы теркәлгән. 16 сентябрҙә Мерәҫ ауылында ташландыҡ бинаға “ҡыҙыл әтәс” ҡуна. 19 сентябрҙә Баймаҡта гараж яна. 20 сентябрҙә Урғаҙала – ҡыйлыҡҡа, Моҡас ауыл Советы биләмәһендә - ҡоро үләнгә, Әхмәрҙә ихата ҡаралтыларына ут тоҡана.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.