-28 °С
Болотло
Күп кенә Рәсәй халҡы өсөн йылы көндәр иртәгә үк тамамлана. Һауа температураһы кинәт түбәнәйеп, ямғырҙар башланасаҡ. Бындай һауа торошо Башҡортостанда ла күҙәтеләсәк. 3 сентябрҙә температура 14 градус йылы буласаҡ. Сентябрь урталарына тиклем һалҡын һәм ямғырлы көндәр һаҡланасаҡ. Шунан һуң ғына "әбейҙәр сыуағы" башланып, һауа температураһы 20 градусҡа тиклем күтәреләсәк.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.