Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
3 Июнь 2022, 16:45

Борсоулы сигнал!

Балаларҙың үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыу осрағы буйынса Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округта беренсе урында тора.

Балаларҙың үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыу осрағы буйынса Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округта беренсе урында тора. Ошо хаҡта балаларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса республика уполномоченныйы Ольга Панчихина белдерҙе. Уның әйтеүенсә, балиғ булмағандарҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы 22 процентҡа артҡан. 2021 йылда 27 бала үҙ ғүмеренә ҡул һалған. 2019 һәм 2020 йылдарҙа 30 һәм 22 осраҡ булған. Ағымдағы йылдың апрель һәм май айҙарында 6 бала үҙе теләге менән яҡты донъянан киткән.

О.Панчихина быны бик тә етди мәсләлә, тип атаны һәм ғаиләләр, балалар менән даими эшләргә кәрәклеген белдерҙе.

Сығанаҡ: "БВ"

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: