Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
7 Март 2022, 07:30

Баймаҡта боҙ аренаһы төҙөләсәк!

Башҡортостан Башлығы “Башинформ” агентлығына биргән интервьюһында республикала спорт объекттары төҙөлөшө хаҡында мәғлүмәт бирҙе.

Баймаҡта боҙ һарайы буласаҡ!

Башҡортостан Башлығы “Башинформ” агентлығына биргән интервьюһында республикала спорт объекттары төҙөлөшө хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Радий Хәбиров быйыл Октябрьск ҡалаһында боҙ һарайы файҙаланыуға тапшырыласаҡ һәм Баймаҡта төҙөлә башлаясаҡ, ә Мәсәғүттә проект эштәренә тотонасаҡтар, тип белдерҙе. Был объекттар мотлаҡ төҙөлөп бөтәсәк, сөнки спорт беҙҙең өсөн бик мөһим, тип белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Баймаҡ-Арена” боҙ аренаһын төҙөү тураһында ҡарар 2020 йылда ҡабул ителә. Ул Өфө яғыулыҡ колледжының Баймаҡ филиалы, “Труд” стадионы эргәһенд урынлашасаҡ.Уның дөйөм майҙаны 3,6 мең кв м тәшкил итәсәк. Проект хаҡы – 200 млн һум. Боҙ аренаһы хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек кеүек спорт төрҙәрен үҫтереүгә мөмкинлек бирәсәк.

Баймаҡта боҙ аренаһы төҙөләсәк!
Баймаҡта боҙ аренаһы төҙөләсәк!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: