Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
19 Ғинуар 2022, 08:30

Баймаҡ ҡалаһына башлыҡ һайланды

-

Баймаҡ ҡала Советы депутаттары Баймаҡ ҡала биләмәһенә башлыҡ һайланы. Улар бер тауыштан был вазифаға быға тиклем ҡала биләмәһе башлығы булып эшләгән Иҫәнбаев Радмир Фитрат улына тауыш бирҙе. Радмир Фитрат улы күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдереп, тыуған ҡалабыҙ үҫеше өсөн тағы ла нығыраҡ көс һаласағын әйтте. 

Белешмә: Радмир Фитрат улы Иҫәнбаев 1967 йылдың 16 авгусында Баймаҡ райоынының Ишей ауылында тыуған. М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү Дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа уҡытыусы, мәктәп директоры, ауыл биләмәһе башлығы, Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләй. 2019 йылдың декабрендә Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы итеп һайлана.

 

 

 

Баймаҡ ҡалаһына башлыҡ һайланды
Баймаҡ ҡалаһына башлыҡ һайланды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: