Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Рәсми бүлек
17 Января 2022, 11:00

Радий Хәбиров мөһим йөкләмә бирҙе:

мәктәптәрҙе ябырға!

БР Башлығы оператив кәңәшмәлә: "Республикала омикрон штамы асыҡланды. Сикләү саралары шул килеш ҡала: битлек режимы, QR -кодтар. Сир сығанаҡтары теркәлгән мәктәптәр ваҡытлыса ябылырға тейеш", - тип белдерҙе. Бынан тыш, ковидҡа ҡаршы яңы сикләүҙәр индерелде. Күмәк кеше ҡатнашлығындағы барлыҡ физкультура саралары һуңыраҡ ваҡытҡа күсерелә. Хеҙмәт коллективтары йыйылыштарын уҙғарыу тыйыла. Хөкүмәттең киләһе ултырыштары онлайн үткәрелә.


Автор:Лилия Такаева
Читайте нас