Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Ғинуар 2022, 08:47

Республикала бер тәүлек эсендә 18 янғын сыҡҡан!

Шул иҫәптән Баймаҡта ла.

Республикала бөгөн таңғы сәғәт 6-ға тиклем бер тәүлек эсендә 18 урында янғын сыҡҡан. Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Краснокам, Ауырғазы, Благовар, Күмертау, Тәтешле, Шишмә, Әбйәлил, Туймазы, Дүртөйлө, Бәләбәй, Салауат райондарында теркәлгән. Шул иҫәптән Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында ла янғын сыҡҡан. Мейесте артыҡ ҡыҙыу яғыу сәбәпле мунса янған. Янғын һүндереүселәрҙең ваҡытында эш итеүҙәре һөҙөмтәһендә, ул артыҡ зыян күрмәй, ҡыйығы ғына яна.

Фото интернеттан алынды. 

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: