Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Ғинуар 2022, 17:05

Яңы йыл каникулы нисек үтте?

Рәсәй халҡы өсөн быйыл ҡышҡы каникул 31 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә Баймаҡ ҡалаһында һәм районында ниндәй хәл-ваҡиғалар булған? Яңы йылдың тәүге көндәренә байҡау яһайыҡ.

6 ғинуарҙа Әмин ауылының Мәктәп, Яғалса, Һаҡмар һәм Әмир урамдарында электр энергияһы һүнә. Сигнал алыу менән авария бригадаһы урынға сыға. Асыҡланыуынса, билдәһеҙ водитель транспорт сараһында электр бағанаһына төкөй һәм хәл-ваҡиға урынынан ҡаса. Бәрелеүҙән электр линияһы өҙөлә. Авария эҙемтәһе тиҙ арала бөтөрөлә.

Ҡар бурандар уйнатып...

7-8 ғинуарҙа яуған көслө ҡар торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарға ғына түгел, юлға сыҡҡандар өсөн дә оло һынау ҡуйҙы. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы һәм Баймаҡ коммуналь хужалыҡ предприятиелары тәүлек әйләнәһенә эшләне. Улар айырыуса республика һәм федераль әһәмиәттәге юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн бар техникаһын ташланы. Ауыл биләмәләрендә лә был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирелде.

Баймаҡ АТП-һының директор урынбаҫары Заһир Үтәғоловтың белдереүенсә, был көндәрҙә бөтә йүнәлеш буйынса ла автобустар йөрөгән, маршруттар буйынса өҙөклөктәр булмаған.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: