Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Ғинуар 2022, 16:23

Ут бер кешенең ғүмерен алды

-

Яңы йылдың тәүге минуттарында уҡ Баймаҡ янғын һүндереүселәре “Янғын!” сигналын алды. “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һының хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн файҙаланылған тимер келәте янған. 2 ғинуарҙа Моҡас ауыл биләмәһендәге ҡыйға ут тоҡана. 3 ғинуарҙа Темәс ауылында өй һәм усаҡлыҡҡа “ҡыҙыл әтәс” ҡуна. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1963 йылғы йорт хужаһы һәләк була. Әлеге ваҡытта янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана. 5 ғинуарҙа Темәстә мунса янып китә.  Сәбәбе – мейескә ут яҡҡанда һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: