Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Ғинуар 2022, 16:55

Баймаҡ ДОСААФ-ы - иң яҡшыһы!

-

Рәсәй ДОСААФ-ының Баймаҡ районындағы бүлексәнең һөнәри оҫталыҡ буйынса белем биргән мастерҙары Өфө ҡалаһында уҙған автомобиль йөрөтөү буйынса беренселектә ҡатнашты һәм еңеү яуланы. Бүлексә рәйесе Рөстәм Нәбиуллин етәкселегендәге командала Әбсәләм Әбсәләмов менән Иҙел Тимербулатовтар бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтте. Бының менән улар тағы ла бер тапҡыр үҙ эштәренең оҫталары итеп танытты. Уларҙың уңышын БР буйынса ЮХХДИ идаралығының баш инспекторы В.А. Севастьянов та баһалап үтте.

Баймаҡ командаһына күсмә кубок тапшырылды. Уларҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

 

Баймаҡ ДОСААФ-ы - иң яҡшыһы!
Баймаҡ ДОСААФ-ы - иң яҡшыһы!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: