Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Декабрь 2021, 16:35

Баймаҡ янғын һүндереүселәренә махсус машина тапшырылды

-

27 декабрҙә Рәсәйҙә Ҡотҡарыусылар көнөуңайы менән Өфөләге “Торатау” конгресс-холында тантаналы сара үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Сара барышында Республика етәксеһе Өфөләге һәм баш ҡаланың Совет районы, Дим биҫтәләрендәге, Ишембай, Саҡмағош, Шишмә, Баймаҡ, Учалы райондарындағы янғын һүндереү частарына заманса йыһазландырылған махсус техника асҡыстары ла тапшырылды.

- Башҡортостанда ҡотҡарыу хеҙмәте йылдан-йыл үҫә. Быйыл Баймаҡ, Күгәрсен, Шишмә райондарында дүрт яңы часть асылды. Ҡотҡарыу хеҙмәттәренә ярты миллиард һумға торошло 75 берәмек техника алынды. Ауыл биләмәләрендәге ирекле янғын һағына ете автоцистерна һәм 31 берәмек яңы тағылма техника алыуҙа ярҙам иткәндәр. Быйыл янғын-ҡотҡарыу вертолеты алдыҡ. Ул үҙебеҙҙең Күмертау авиазаводында йыйылған һәм һынау үтә, – тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрендәге диуарында: "Алда – барыбыҙ ҙа яратҡан Яңы йыл байрамы, ял көндәре. Ә ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр өсөн был осор - тәүлек әйләнәһенә хәрби дежурлыҡ, көсөргәнеш, оператив саралар көткән ҡыҙыу мәл. Шулай уҡ район-ҡала хакимиәттәре тулы әҙерлектә. Һәм һәр көндә, байрамда шулай була. Иң мөһиме – ҡотҡарыусыларыбыҙҙың беҙҙе бер ҡасан да ауырлыҡта ҡалдырмаясағын беләбеҙ", - тип тип яҙа.

Фотолар: https://vk.com/radiyhabirov

Баймаҡ янғын һүндереүселәренә махсус машина тапшырылды
Баймаҡ янғын һүндереүселәренә махсус машина тапшырылды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: