Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Декабрь 2021, 15:13

Баймаҡта "Башҡорт ихатаһы" уңышлы эшләй

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса барлыҡҡа килгән “Башҡорт ихаталары” программаһы ярҙамында ҡалабыҙ йөҙө күпкә матурланды һәм байтаҡ уңайлыҡтар барлыҡҡа килде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса барлыҡҡа килгән “Башҡорт ихаталары” программаһы Баймаҡмаҡта уңышлы эшләй. Уның ярҙамында ҡалабыҙ йөҙө күпкә матурланды һәм байтаҡ уңайлыҡтар барлыҡҡа килде.

2019 йылдаСалауат Юлаев проспектының 31-се һәм 33-сө, Бюилей урамының 1-се күп ҡатлы йорт алдары төҙөкләндерелде. Балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары ҡалҡып сыҡты. Ихата алды юлдарына асфальт япмалары түшәлде. Урамдарҙы яҡтыртыу линияһы ҡуйылды. Бынан тыш уларҙа фидеокүҙәтеү системаһы ла урынлаштырылды. Шундай уҡ эштәр былтыр Әлибаев урамының 53-сө “а” һәм 57-се, Юбилей урамының 3-сө күп ҡатлы йорт алдарында башҡарылды. Быйыл иһә Әлибаев урамының 49-сы, Тыныслыҡ урамының 17-се, 19-сы, 21-се, 23-сө, Юбилей урамының 2-се, 4-се йорт алдары яңы һулыш алды.

Төҙөкләндереү эштәре күп ҡатлы йорттарҙың подъездарында ла барҙы. Быйыл ғына ла 9 йорттоң 28 подъезы ремонтланды. Һөҙөмтәлә ике йыл рәттән ҡаланың ике подъезы “Иң төҙөк подъезд” республика конкурсында ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Грант күләме былтыр 3-сө урынды алып 100 мең һум булһа, быйыл 2-се урынды яулап, ул 500 мең һум тәшкил итте.

Баймаҡта "Башҡорт ихатаһы" уңышлы эшләй
Баймаҡта "Башҡорт ихатаһы" уңышлы эшләй
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: