Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Рәсми бүлек
13 Декабря 2021, 11:47

Аҡсаларын өйҙә һаҡлаусыларҙы сюрприз көтә

Рәсәй Үҙәк Банкы реформа башлай.

Рәсәй Үҙәк Банкы реформа башлай. 2022 йылдың 1 ғинуарынан аҡса реформаһының беренсе этабы башлана. Уға ярашлы, 100 һумлыҡ купюралар алыштырыласаҡ. Был хаҡта PRIMEPRESS баҫмаһы хәбәр итә. 

Рәсәйҙә яңы аҡса реформаһы 1990 йылдар аҙағынан бирле, илдә аҡса банкноттарының тышҡы йөҙө үҙгәргән иң ҙур реформа буласаҡ, тип көтөлә. Үҙәк Банктан аңлатыуҙарынса, 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә яңы өлгөлө 100 һумлыҡ аҡса әйләнешкә сығасаҡ. Артабан иһә бер нисә йыл дауамында башҡа банкноталар ҙа  үҙгәрәсәк. Ваҡыт уҙыу менән иҫке аҡсалар тулыһынса алмаштырыласаҡ.

Фото интернеттан алынды.

 

 

Аҡсаларын өйҙә һаҡлаусыларҙы сюрприз көтә
Аҡсаларын өйҙә һаҡлаусыларҙы сюрприз көтә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас