Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Ноябрь 2021, 11:50

Башҡорт милли эсемлеге - буҙаға патент алынды

-

Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре Башҡорт буҙаһы» эсемлеген алыу ысулына патентҡа эйә булды.

Аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты технологтары алдына Башҡортостандың милли эсемлеген яңынан тергеҙеүҙән тыш, уның организмға күберәк файҙа килтереүенә өлгәшеү бурысы ҡуйылғайны. Мәҫәлән, эсемлектең составында ваҡ күҙәнәктәр һәм витаминдар һаҡланған.

Уның төп өҫтөнлөгө — әсеү компоненты сифатында яраҡлаштырылған таҙа культура ҡулланыуҙа, был иһә юғары сифатлы продукт алырға мөмкинлек бирә. Әскелтем-сөскөлтөм эсемлек дауалау, диетик, антибиотик үҙенсәлектәргә эйә.

2020 йылдың авгусында ошо фәнни асыш Сибай ҡалаһында «Азатова БУЗА» сауҙа маркаһы аҫтында сериялы етештереүгә индерелде. Был эсемлек «Урал аръяғы - 2021» инвестиция һабантуйында ҡатнашыусыларҙың юғары баһаһын алды.

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: