Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Ноябрь 2021, 16:30

2021 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостанда 29560 бала тыуған, 46176 кеше вафат булған

-

2021 йылдың ғинуар-сентябрендә Башҡортостанда 29560 бала тыуған, 46176 кеше вафат булған. Халыҡтың тәбиғи артыуы (кәмеүе) — 16616 кеше, тип хәбәр итте республика статистиктары.

Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала донъяға килгән сабыйҙарҙың 10 600-ө — ғаиләлә икенсе. Шартлы икенсе урында — тәүге балалар (9 764).

Ошо ваҡыт эсендә 6 404 сабый — өсөнсө, 1784-е — дүртенсе, 994-е — бишенсе һәм артабанғы булып тыуған, 14 бала — билдәһеҙ.

Башҡортостанда тыуым коэффициенты (мең кешегә) уртаса 9,9 процент тәшкил иткән. 33 муниципалитетта был күрһәткес республика буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ. Тыуымдың иң юғары күрһәткесе Бөрйән (15,8 процент), Асҡын (13,5 процент), Баймаҡ (12,7 процент), Архангел (12,7 процент) һәм Ейәнсура (12 процент) райондарында теркәлгән.

Ә 30 муниципалитетта тыуым коэффициенты республика буйынса уртаса кимәлдән түбәнерәк. Иң түбән күрһәткес — Федоровка районында (5,3 процент), Ағиҙелдә (6,2 процент), Борайҙа (6,9 процент), Көйөргәҙелә (7 процент), Йәрмәкәйҙә (7,3 процент).

Быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында вафат булғандарҙың 23 223-ө — ир-аттар, 22 953-ө — ҡатын-ҡыҙҙар.

Мәрхүмдәрҙең дөйөм һанынан 35 729 кеше — эшкә һәләтле йәштән өлкәнерәк, 10 074-е эшкә һәләтле йәштә булған.

Сағыштырыу өсөн: былтыр ошо уҡ осорҙа республикала 41092 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.

Фото интернеттан алынды.

Сығанаҡ: Башинформ.

2021 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында Башҡортостанда 29560 бала тыуған, 46176 кеше вафат булған
Автор:Лилия Такаева